RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәге

15.04.2017 “Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәге

“Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәгеХәҙрәти Ибн Ғаббас әйтеүенсә, “Йәсин” сүрәһе Мәккә ҡалаһында Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләй-һиссәләм аша ингән. Был сүрәлә 83 аят бар. Хәҙрәти Әнәс: “Рәсүлуллаһ салләллаһү ғаләйһис-сәлләм әйтте: “Һәр нәмәнең йөрәге бар, Ҡөрьәндең йөрәге иһә – “Йәсин”, берәй әҙәм “Йәсин” сүрәһен уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә ун мәртәбә Ҡөрьән уҡып сыҡҡан кеүек сауап яҙып ҡуясаҡ”. Был хәҙис-шәриф “Йәсин” сүрәһенең бөйөклөгөнә, ҙур дәрәжәһенә ап-асыҡ дәлилдер. Әбү Һүрайра риүәйәте буйынса, бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: “Берәй бәндә төндә “Йәсин” сүрәһен, Алланың ризалығына ирешәйем, тип уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешене шул төндә ғәфү итәлер”. Был бихисап оло сүрәнең башҡа фазыйләттәре тураһында хәҙрәти Ғәли радыйаллаһү ғәнһе тарафынан тапшырылған хәҙистән белә алабыҙ: “Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһис-сәлләм әйтте: “Кем дә булһа “Йәсин” уҡыуҙы тыңлаһа, нәҡ Аллаһы Тәғәлә юлында егерме алтын аҡса таратҡан һымаҡ; кем уны уҡыһа, нәҡ ике тиҫтә теләгәненә ирешкән кеүек булыр; кем уны һауытҡа шафран менән яҙып, шул һауытты сайҡаған һыуын эсһә, уның ашҡаҙанына мең дауа, мең нур, мең хаҡлыҡ, мең мәрхәмәт, мең бәрәкәт һәм ризыҡ инер, һәр ауырыу һәм яуызлыҡ сығып китер». Алла рәсүле салләллаһү ғәләйһис-сәлләм әйтеүе буйынса, “Йәсин” сүрәһе Муса ғәләйһис-сәләмгә ингән “Тәүрат” китабында ла бар икән. Унда ул “Әл-Мугаммә” тип аталған булған. Ул – уҡыусы бәндәгә донъя-әхирәт, хәйер-сәғәҙәттәрен насип итеүгә сәбәп булыусы сүрә. Был аят – уҡыусыһын донъя һәм әхирәт афәттәренән ҡотҡарыусы булған. Шуға күрә Исраил улдары араһында әлеге сүрәне “хәжәттәрҙе үтәүсе сүрә” тип атаған. Сөнки уны ихлас күңелдән уҡыусыларҙың теләктәре үтәлгән.
Шуға ла бәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләй­һис-сәләмдең васыятының мәғәнәһе аңлашыласаҡ.
“Йәсин” – Ҡөрьәндең йөрәге. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең ризалығына, әхирәттә йәннәткә ирешәм, тип уҡыусы бәндәнең алдан уҡ ҡылған гонаһтарын кисерер. “Уны, “Йәсин” сүрәһен, мәйеттәрегеҙгә уҡығыҙ”, – тигән ул.
“Көндөң уртаһында “Йәсин”де уҡыған кеше моратына ирешер” (хәҙис-шәриф). Бәлки, шуға күрә бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм: “Мин өммәтем кешеләренең һәр береһенең йөрәгендә ни ҡәҙәр теләр инем “Йәсин” булыуын”, – тигән (Ибн Ғәббәс риүәйәт ҡылған).
Хәҙрәти Әбү Ҡалләбә радыйаллаһүғәнһе әйткәнсә, был сүрәне уҡыған кеше мәғфирәткә ирешер, әгәр ризығы әҙ булып, бар кешегә лә етмәҫлегенән ҡурҡҡан кеше сүрәне ризығы янында уҡыһа, шул ризыҡ бөтә кешегә лә етер. Йөклө ҡатын янында “Йәсин” уҡыл­һа, балаһын еңел табыр...
Хәҙрәти Мөхәммәт әл-Баҡыр радыйаллаһүғәнһенән тапшырыл­ғанса, кем дә булһа йөрәген ҡаты-ҡырыҫ итеп һанаһа, “Йәсин” сүрәһен һауытҡа шафран менән яҙып, шул һауытты сайҡатып, һыуын эсһен.
“Йәсин-шәриф” хикмәттәренең ҡайһы берҙәрен иҫкә төшөрөп, шуныһын да белергә тейешбеҙ: “Әгәр берәр мәйет янында “Йәсин” уҡылһа, мәйеттең хәле еңеләйер”.
Кем дә булһа йома һайын ата-әсәһенең ҡәберенә барып, улар янында “Йәсин” уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәгә һәр сүрәнең хәрефе һанынса истиғфарҙар ебәреп торор.

Нәзир Сабитов әҙерләне.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?