RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Хәҡиҡәт – ул Аллаһы Тәғәлә”

01.09.2016 “Хәҡиҡәт – ул Аллаһы Тәғәлә”

“Хәҡиҡәт – ул Аллаһы Тәғәлә”Бөгөн дин белгестәре шул тиклем күбәйеп китте, хатта кем хаҡ, кем яңылыш һөйләгәнен дә айырырлыҡ түгел. Ғәмәлдә ниндәй ул хаҡ дин? “Бохарала – дүрт, Ташкентта – дүрт, Сүриәлә ике йыл белем эстәп, 30 йылдан ашыу имам булып эшләп, назаратҡа етәкселек итеп тә әле исламдың “И” хәрефен дә белмәйем”, – тип үҙен бик баҫалҡы баһалаған Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының баш мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН менән әңгәмәне ошо һорауҙан башланыҡ.

– Ысынлап та, бөгөн бөтөнөһө лә дин буйынса белгес була ла китә. Борон-борондан был өлкәлә айырым ниндәйҙер мәғлүмәт биреү менән халыҡ араһында танылған, билдәле ғилем кимәленә еткән кеше генә шөғөлләнгән. 70 йыл дауамында дин өйрәнеү туҡталып торҙо, өҫтәүенә, башҡа диндәрҙә донъя буйынса бер рухи етәксе бар, ә мосолмандар­ҙа юҡ. Шуға күрә бер дәүләттә бер фекер йәшәй, икенсеһендә – икенсе. Бынан тыш, динде аңлау ҙа заман менән бергә бара. Исламдың үҫешенә әле ҡаршылыҡтар бик күп һәм, юғары ғилми кимәлдәге дини шәхестәребеҙ юҡлыҡтан файҙаланып, динебеҙгә төрлө-төрлө, ҡырын-мырын фекерҙәр индереү бара. Был бик оҙайлы мәсьәлә һәм бөтә донъяға билдәле динде аңлаусы бөйөк ғалимдар, етәкселәр әҙерләү бик оҙаҡ ваҡыт талап ҡылыр тип уйлайым.
Бәйғәмбәребеҙгә с.ғ.с. бер ғәрәп килә лә, йә, рәсүлулла, миңә исламды өйрәт, мәғлүмәт йәннәткә инерлек миҡдарҙа ғилем булһын, ти. Мөхәммәт с.ғ.с. уға, иң беренсе иман килтер, унан һуң биш ваҡыт намаҙ уҡы, рамаҙан айында ураҙа тот, хәлеңдән килә икән – зәҡәт бир, хаж ҡыл, ти. Ошо ғәмәлдәр – исламдың биш терәге. Беҙ ошо төп терәк тирәһендә генә әйләнергә тейешбеҙ. Бөгөн динде, ҡылды ҡырҡҡа ярған шикелле, ваҡлап, төрлө өлөштәргә бүлгеләйҙәр. Христиандарҙа һәр прихожандың үҙенең дине тураһында төрлө фекер йөрөткәнен ишеткәнем юҡ. Ә беҙҙең ислам хаҡында шул тиклем фекерҙәр күп – һәр береһе ғалим.
Рәсәйҙә ислам тарихы мең йылдан ашыу дауам итеп, ошо дәүер эсендә динебеҙ төрлө һынауҙар үткән. Бөгөн дә уны тупик юлға борор өсөн нигеҙле, финанс йәһәтенән ярҙам алған хәрәкәттәр күп. Әммә хәҙрәти Аҡмулланың шиғырына мөрәжәғәт итһәк, алтынды нәжескә буяу менән, уның заты китмәҫ, тигән шикелле, исламды нисек кенә насарларға, ҡараға буярға тырышмаһындар, Ҡөрьән Кәрим һаҡлана, бәйғәмбәребеҙ хәҙистәре һаҡлана һәм ошо динебеҙҙе урта юлдан алып барыу хәрәкәте туҡтамай. Күпселек илдәр ошо юлға ҡушылып килә, был, әлбиттә, исламдың алға барыуына этәргес булыр һәм йәштәребеҙ ҙә әкренләп, бәлки, аңларҙар тигән өмөт менән йәшәйбеҙ. Беҙгә шул юлдан сығырға ярамай. Әллә ҡайҙан килгән ағымдар файҙа килтермәй, киреһенсә, башыбыҙҙы бутай, юлыбыҙҙы бора, йәштәребеҙҙе дөрөҫ фекерләү юлынан ситкә алып китеү хәүефен тыуҙыра. Халыҡта бик тапҡыр әйтелгән мәҡәл бар: ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор, тигән. Күңелебеҙҙә рәхимлек, шәфҡәт, мәрхәмәт ятмай, дин тураһында ғилми миҡдарҙа фекер етмәй тороп фекер йөрөтөү урынһыҙ була һәм ул шул тиклем ҙур зарар килтереүе мөмкин.
– Барлыҡ ҡоролоштарҙағы кеүек үк, диндә лә идеология төп бағана булып тора. Әммә идеология менән идеология араһында ла айырма бар...
– Әлбиттә, хәҡиҡәт ул – Аллаһы Тәғәлә. Бәйғәмбәребеҙҙең с.ғ.с., өммәтемдең төрлө-төрлө фекерҙә булыуы – ул Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте, тигән һүҙҙәре лә бар. Тәбиғәт тә бит төрлө-төрлө. Беҙҙең фекерҙәребеҙ ҙә төрлөсә. Аллаһы Тәғәлә, һәр ғилем өҫтөндә ғилем бар, тигән. Ғилем туҡталмай, алға бара. Ләкин ошо ғилемде аңлатырлыҡ остаздар булырға тейеш. Ҡайҙа беҙҙең шул фекерҙәрҙе аңлатырлыҡ ғалимдарыбыҙ?
Ислам – ул ғилем дине, туҡтатып ҡуйыу мөмкин түгел. Уға кемдәр килә – ошо ғилемгә өлөш индергән, ғилемгә эйә булған кешеләр. Ябай кешеләр әле күп нәмәне аңлап та бөтмәй. Ни өсөн? Сөнки донъя алға барыу менән Ҡөрьәндә булған хикмәт асыла бара, асыла бара һәм артабан да асылыуы дауам итәсәк. Ә инде ахырғы дин булараҡ, унда барлыҡ борон­ғо китаптарҙың хөкөмдәре еренә еткерелгән һәм ул ҡиәмәткә хәтлем барасаҡ. Ләкин ул барыбер кемгәлер оҡшамай: хаҡлыҡ, хәҡиҡәт менән һәр ваҡытта ла көрәш барған, барасаҡ. Шайтан йоҡламай һәм шул уҡ ваҡытта ғилем алға барыу менән донъяла әҙәм балаһының аҡылына нисек тәьҫир итеү мәсьәләләре лә туҡтамай. Хәҙер бәйләнеш шул тиклем тиҙ үҫешә, интернеттан, тегенән-бынан мәғлүмәт алалар, ләкин улар беҙҙең ошо идеологияға тап киләме, унда яҙып ултыр­ған кеше кем ул, беҙҙең дуҫмы, дошманмы, әллә фекеребеҙҙе икенсе яҡҡа борамы – быларҙы иләк аша үткәреү юҡ. Бәйғәмбәр с.ғ.с., һеҙ динде аҡыллы, әхлаҡлы, ғилемле кешенән алығыҙ, тигән. Шуға һәр бер фекерҙе хәҡиҡәт тип ҡабул итергә ярамай: һәр ялтыраған нәмә алтын түгел.
Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙгә лә аҡылыбыҙҙы эшкә егеп, барыр юлыбыҙҙы билдәләп, дингә алып барған ваҡытта, Хөкүмәттең дә үҙенең айырым талаптары бар – ул да үҙенең закондарын сығара. Беҙҙең дини тормош та шул ҡанунға муафиҡ булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә, ватанды һөйөү – ул имандың бер өлөшө, тигән. Ошо ватаныбыҙға зыян килтерә торған эш алып барырға, киләсәгебеҙ булған йәш быуынды аҙаштырып, әллә ниндәй аҡыл-фекер керетергә тейеш түгелбеҙ. Тыуған ерҙән башҡа беҙҙең еребеҙ юҡ. Ошо ерҙә меңәр йыл ҡартатайҙарыбыҙ йәшәгән, һәм уның үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә беҙҙең выжданыбыҙҙа. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ер йөҙөнә хәлифә – урынбаҫар итеп яралтҡан икән, ошо ерҙе матурлау ул мосолманлыҡ өсөн дә яуаплылыҡ. Ислам – ул донъяға торба аша түгел, ә киң ҡараш талап итә, ул – йәшәү рәүеше. Бөгөн илгә, заманға, ғилемгә, киләсәк быуындарға файҙалы ғәмәлдәр атҡарабыҙ икән – шул була ислам.
– Динде, йәшәү рәүеше, тип белдерҙегеҙ, кемдер уны йолалар, традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр берлеге тигән билдәләнешкә тап килә тип раҫлай. Бәғзе бер диндарҙар элек-электән килгән йолаларыбыҙҙа мәжүсилек күреп, ундай байрамдарға йөрөүҙән ҡырҡа баш тарта. Ауыл ерендә бындай байрамдар – халыҡты берләштереп, туплап тороусы сараларҙың береһе. Ә бына диндарҙар уларҙа ҡатнашыуҙан баш тартһа, был бит халыҡтан ситләшеүҙе аңлата түгелме?
– Йолаларыбыҙ элек-электән килгән, улар һаман да дауам итә икән, уларҙы дингә ҡаршы килә тип әйтеү ҙә, бөтөн нәмәгә дини күҙлектән генә ҡарау ҙа тоғро түгел. Бәйғәмбәр с.ғ.с. Мәккәнән Мәҙинәгә килгәс, ундағы хөрмә ағастарын ҡул менән һеркәләндереүҙәрен күрә. Һеҙ быны эшләмәһәгеҙ нисек булыр икән, ти. Тегеләр быны тыңлағандар, һөҙөмтәлә емеш аҙ ғына булған. Шунан бәйғәмбәр с.ғ.с., мин дин буйынса нимә бойорһам, шуны эшләгеҙ, донъяуи эштәрҙә үҙегеҙ белгес, тигән. Шуның өсөн ниндәйҙер йолаларҙы дингә тап килмәй тип нисек туҡтатаһың? Ул бит электән килгән, халыҡ йыйылып, фекер алышып, аралашып үҙҙәренә ниндәйҙер шатлыҡ-ҡыуаныс таба икән, ни өсөн уға дин ҡаршы булырға тейеш?
Беҙҙең дини байрамдар улай күп түгел, йома көн, ике ғәйет – дини байрам. Бынан башҡа ла ниндәйҙер төрлө-төрлө ойошмалар, фекер алышыуҙар бар. Уларға бит дин ҡаршы торорға тейеш түгел. Мәҫәлән, һабантуйҙа, халҡыбыҙ яҙғы баҫыу эштәренән һуң йыйылышып, спорт уйындарында ҡатнашып, йырлап-бейеп, күңел асҡан матур сарала, халыҡҡа вәғәз һөйләүҙең һис зыяны юҡ. “Что мусульмане считают прекрасным, то и для Аллаха является прекрасным”, – тиелгән хәҙис тә бар. Ғөрөф-ғәҙәт, әгәр ҙә ул Аллаһы Тәғәләнең берлегенә, бәйғәмбәрҙең хаҡлығына, хәләлде хәрәмгә әйләндереп, хәрәмде хәләлгә әйләндереүгә юл ҡуймай икән – ул йәшәй. Беҙҙә Ҡөрьән мәжлестәре ойошторола. Үҙҙәрен ғалим тип һанаусы ҡайһы берәүҙәр күҙлегенән ул исламға тап килмәй. Ләкин Ҡөрьән мәжлестәрендә аяттар, вәғәз тыңлап ултырыла, халыҡ менән күрешелә, был һис насар түгел. Тик һәр нәмәгә үҙенең белгесе тотонорға тейеш. Хатта ки бәйғәмбәр с.ғ.с., әгәр ҙә тәғәйен бер эшкә һәләте булмаған кеше ҡуйылһа, ҡиәмәт булырын көт тә тор, ти. Үзбәктәр әйткән мәҡәл дә бар: шәлә (ғилемһеҙ) мулла дин боҙор.
– Бөгөн төрлө өлкәләрҙә яңынан-яңы асыштарға, ҡаҙаныштарға эйә булабыҙ. Фән ғалимдары уны, ғилми асыштар, тип баһалай, ә дин әһелдәре Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән бәйләй. Һуңғы ваҡытта фән өлкәһе ғалимдары ла барлыҡ асыштарҙың Ҡөрьәндә сағылыш табыуын раҫлай. Фәндә дин бармы, әллә диндә фән бармы?
– Исламдың тәүге быуаттарында алдынғы булғанда бөтөн ғилем алға киткән. Әбүғәли ибн Сина дауалауҙары, әл-жабр – алгебра, Олоғбәктең обсерваториялары һ.б. – ислам шулай булырға тейеш ул. Бөгөн ғалимдар, фәнгә ҡыҫылмағыҙ, намаҙ уҡығыҙ, бөтөн ҡаҙаныштар донъяуи ғилемдән, ти. Донъяуи ғилем юҡ ул. Фән икегә бүленмәй, бөтөн ғилемдәр ҙә Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте. Ислам ул бөтөн нәмәне үҙенең эсенә ала, йәшәү ҙә шунда. Ә дин менән аҡыл бергә үрелеп бара. Әлбиттә, уны үҙенең файҙаһына ҡулланырға теләүселәр ҙә бар. Уйлап ҡараһаҡ, шайтан – Ғазазил – ул бит ожмахта фәрештәләргә аҡыл биреп тороусы фәрештә. Әҙәм яратылғас, ул: “Эй, Аллаһы Тәғәләм, беҙ бит уттан яратыл­ған, бер Әҙәм балаһына нисек сәждә ҡылмаҡ кәрәк?” – тип тәкәбберләнгәс, Аллаһы Тәғәлә уны ожмахтан ҡыуа. Шул тиклем аҡыл, ғилеме була тороп та ул ожмахтан ҡыуыла. Шуның өсөн һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Ниндәйҙер урталыҡта йәшәйбеҙ икән, Аллаға шөкөр, тормошта ла, йәшәйештә лә бәрәкәт булыр, әгәр ки белер-белмәҫтән яңылыш юлдарҙан киттек икән, белер-белмәҫтән электр уты менән булыша башлаған кеүек, ток һуғып, һәләк булыуың да мөмкин.
– Үҙҙәрен диндә тип һанап та, яулыҡ ябынмаусы, оҙон еңле, оҙон итәкле күлдәк кеймәүсе ҡатын-ҡыҙҙар тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Был хаҡта нимә әйтерһегеҙ, үҙҙәрен донъяуи (светская) ҡатын-ҡыҙ тип һанаусы диндар гүзәл заттарыбыҙ гонаһлымы, әллә уларҙа яланғас тән күреп тәнҡитләүселәрме?
– Гонаһтарҙы беҙ яҙмайбыҙ. Ә инде кейем мәсьәләһенә килгәндә, беҙҙә ғәрәптәрҙең кейеме, Урта Азиялағы кеүек пәрәнжә лә булмаған. Ҡатын-ҡыҙҙар урта юл менән бик матур итеп кейенгән. Яулыҡ ябыныу христиан динендә лә бар, ләкин бөгөн бит йәмғиәт нисә йыл динһеҙлектән һуң яйлап ҡына дингә боролоп килә. Бәйғәмбәр с.ғ.с. 23 йыл дауамында әкренләп кенә дингә өйрәткән икән, бөгөн дә беҙ яйлап барабыҙ, иншалла. Әгәр мосолман ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға эш урынында яулыҡ ябыныуҙы тыялар икән, юлда ябынып кил дә, ингәндә сисеп ҡуй, ҡайтҡанда тағы ябынып алырһың. Дөрөҫөн әйткәндә, кейемдә бөйөк хикмәт бар. Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигәндәй, кейем беҙҙең тәнебеҙҙең күпме етешһеҙлеген ҡаплай, матурлай, ҡояштың зарарлы нурҙарынан һаҡлай. Бөгөн табиптар актив ҡояш нурҙарының тире рагына килтереүен асыҡтан-асыҡ әйтә. Ошо сәләмәтлекте һаҡлау күҙлегенән ҡараған ваҡытта ла, тарих төпкөлдәрен байҡаһаҡ та, халҡыбыҙ бер ваҡытта ла ялан баш йөрөмәгән бит. Шуға кейем мәсьәләһенә килгәндә, ул исламдың ғына түгел, ә сәләмәтлегебеҙ талабы, шуның өсөн һаулығыбыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ.
– Ғөмүмән, донъяла ҡарғыш бармы ул? Әллә кеше үҙе ниндәйҙер яуызлыҡ эшләй ҙә, ниндәйҙер яуызлыҡ көтөп йөрөп, йыһандан тартып аламы?
– Алғыш менән ҡарғыш – исламға тиклем булған һүҙҙәр. Беҙ алҡыш тигән һүҙ ҙә алғыш бит ул. Бәйғәмбәр с.ғ.с., урынһыҙға кешене йәки хайуанды рәнйетеп, ләғнәттән һаҡланығыҙ, сөнки уның рәнйеүе туп-тура Аллаһы Тәғәләгә етә, тигән. Шуның өсөн беҙ бер-беребеҙҙе урынһыҙға рәнйетергә тейеш түгелбеҙ. Хатта ки ислам шундай дәрәжәгә еткән, әгәр бер кешелә кәмселек күреп, шуны һөйләмәҫтән йәшерһәң, Аллаһы Тәғәлә һинең дә кәмселегеңде йәшерер, тигән. Әҙәм балаһы хатанан хәлил түгел. Мулла – ҡатаһыҙ, әҙәм хатаһыҙ булмаҫ, тигәндәй, тормошта тыныс-һыйышып йәшәү тигән нәмә һәм кешенең рәхмәте булырға тейеш. Шуның өсөн урынлы-урынһыҙ кешене, хайуанды, үҫемлекте рәнйетергә ярамай. Изгелек эшләү, әлбиттә, беренсе урында тора. Ҡарғыш алма, алғыш ал, тигәндә, алғыш шул доға – рәхмәт – тигәнде аңлата ла инде.
Ҡояш нуры Ергә килеп еткәнсе 10 минут самаһы ваҡыт талап ителә. Бынан ун быуат элек индерелеп тә, тормоштоң төрлө осоронда төрлө һынауҙарға дусар булған, уҙған быуаттың 70 йылы буйына инҡар ителгән, әле лә теге йәки был ҡаршылыҡҡа осраған, әммә һаман да йәшәгән хикмәтле лә, ҡөҙрәтле лә динебеҙ барса халыҡтың күңеленә үтеп инһен өсөн күпме ваҡыт кәрәк булыр – берәү ҙә аныҡ ҡына белмәй. Әммә ул ваҡыт ҡасан да булһа етәсәк. Сөнки, бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, хатта иләк менән дә һыу ташырға мөмкин. Бары тик һыуҙың туңғанын көтөргә генә кәрәк...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?