RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын

04.07.2016 Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын1 – 3 шәүүәл (5 – 7 июль) – Ураҙа байрамы. 5 июлдә мосолмандар, иртә менән тороп, ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейемдәрен кейеп, Ураҙа ғәйете намаҙына баҫа. Ул өйлә намаҙы еткәнсе дауам итә. Ниндәйҙер сәбәп менән был намаҙ байрамдың беренсе көнөндә уҡылмай ҡалһа, уны икенсе көндө лә уҡырға рөхсәт ителә, тик өсөнсө көнгә генә ҡалдырырға ярамай. Ғәрәптәрҙә Айыт әл-фитр тип аталған был ураҙа байрамы көндәрендә мосолмандар бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырыша. Үҙҙәрен ғәйепле тойғандар ғәфү үтенә, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала, уларҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерә. Хәйер бирерлек мөмкинлеге булған кешеләрҙең ба­рыһы ла Ураҙа ғәйете намаҙына тиклем үҙе һәм бәлиғ булмаған балалары өсөн фәҡирҙәргә фы­тыр саҙаҡаһы бирергә бурыслы.

Ураҙа ғәйетенең йолаһы Мө­хәммәт бәйғәмбәрҙең үҙе тарафынан булдырылған һәм шунан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул мохтаждарға саҙаҡа таратыуҙан башлана, шунһыҙ Аллаһы Тәғәлә хәйер-саҙаҡаны ҡабул итмәйәсәк. «Үҙегеҙгә хәйерле булһын өсөн мал сарыф итегеҙ. Кем үҙ һаранлығынан һаҡланған, улар бәхеткә ирешеүселәр», – тип әйтелә «Әт-Тағәбүн» сүрәһенең 16-сы аятында. Алланың рәхмәтенә ирешергә яҙһын!


Изге айҙа биргән саҙаҡаның әжере күберәк
Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ, Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешергә ынтылып, әжер-сауаптар өмөт итеп, ураҙа тота. Сөнки был ай һәр кем өсөн тәүәлеккә ирешә торған ваҡыт.

Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Әгәр ҙә кешеләр рамаҙан айында нимә бар икәнен белһәләр, был айҙың йыл буйы булыуын теләрҙәр ине. Рамаҙан айының ниндәй ҡәҙерле изге ай икәнен онотмайыҡ. Был айҙы ғибәҙәттә үткәрәйек! Аллаһы Тәғәлә һеҙгә ул айҙа рәхмәтен индерә, гонаһтарын ғәфү итә һәм доғаларға яуап бирә. Алла һеҙҙең бер-берегеҙ менән изгелек ҡылыуығыҙҙа ярышыуығыҙға ҡарай, фәрештәләр алдында һеҙҙең менән маҡтана. Аллаға үҙегеҙгә хәйерле ғәмәлде күрһәтегеҙ. Был айҙа Алланың рәхмәтенән мәхрүм булған кеше – ул бәхетһеҙ кеше», – тигән.

* * *
Рамаҙан – Ҡөрьән айы. Был айҙа изге китап ингән, шуға ла Ҡөрьән уҡыу иң фазлиәтле ғәмәлдәрҙән һанала.

* * *
Аллаһы Тәғәлә: «Ураҙа – ул бәндә менән минең аралағы йәшерен ғибәҙәт. Уның баһаһын да мин генә белермен, хисапһыҙ әжерҙе лә үҙем белеп бирәм», – тип әйтә.
* * *
Рамаҙанда ҡылған гонаһтарыбыҙҙан пакланыу мөмкинлеге лә бирелгән. Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Кем Рамаҙан айында Алланың әжер-сауаптар вәғәҙә итеүенә иман килтереп, ураҙа тота икән, элекке гонаһтары барыһы ла ғәфү ителер», – тигән.

* * *
Рамаҙан айында ураҙа тотоусыны ашатыу ҙа изге әжер-сауаплы ғәмәл һанала. «Кем дә кем ураҙа тотоусыны ауыҙ астырһа йәки ифтар мәжлесе ойошторһа, ураҙа тотҡан кешенең сауабы ул кешегә яҙылыр, әммә ураҙа тотоу­сының сауабы кәмемәҫ», – тиелә хәҙистә.

* * *
Рамаҙан айында күк һәм йәннәт ишектәре асыла, Йәһәннәм ишектәре ябыла. Раббыбыҙ: «Рамаҙан айында Йәннәт ҡапҡалары асыҡ булыр, шайтандар сылбыр менән бығауланған булыр», – тигән. Тимәк, рамаҙан айында изгелек эшләү еңелерәк. Был айҙа бер фәрештә: «Эй, изгелек ҡылырға теләүсе! Күберәк изгелек ҡыл! Эй, гонаһ ҡылырға теләүсе! Гонаһ ҡылыуҙан туҡта!» – тигән.

* * *
Рамаҙан айында бирелгән саҙаҡаның әжер-сауабы күберәк. Шуға ла мосолман кешеһе был айҙа можтаждарға күберәк саҙаҡа бирһен һәм йомартлыҡ күрһәтһен.

* * *
Ҡиәмәт көнөндә әҙәм балалары, нишләп мин ураҙаны күберәк тотманым икән, ошо хәтле әжер-сауаптар биререн белһәм, тағы ла күберәк тотор инем, тиер. Рамаҙанда ураҙа тотмағандар фәрештәләрҙең ураҙа тотоусы­лар­ҙы ололап йөрөүҙәрен күреп, бик үкенерҙәр.

* * *
Был мөҡәддәс айҙа яҡындарығыҙҙың, можтаж кешеләрҙең хәлен белегеҙ. Рамаҙан айында эшләнгән изгелеккә сауап 700 дәрәжәлә артыҡ булыр.

* * *
Рамаҙан айы – пакланыу, гонаһтарҙан арыныу, рухи яҡтан таҙарыныу айы. Ошо изге айҙа яҡшылыҡ эшләргә, тәүбә итергә ашығайыҡ. Үҙебеҙҙең күңелдәребеҙҙе сафландырырға, яҡшы һүҙҙәр һөйләргә, ғәйбәт һөйләмәҫкә, ялғанламаҫҡа тырышайыҡ!


Фытырҙы байрамға тиклем бирегеҙ
Үҙен мосолман тип һанаған кешегә, рамаҙан айы тамамланғас, зәҡәт һәм фытыр саҙаҡалары биреү фарыз. Зәҡәт туранан-тура малға, байлығыңа бәйле булһа, фытыр саҙаҡаһы шәхестең үҙенә ҡағыла. Был хәйерҙе биреү үҙе бер оло ғибәҙәт, бирелмәй ҡалған фытыр өсөн әхирәттә яуап бирергә тура киләсәк.
Фытыр һүҙе, ураҙаны тамамла, тигәнде аңлата. Шуға ла ул − Рамаҙан айына рәхмәт йөҙөнән, иҫән-һау йәшәү хөрмәтенә бирелгән саҙаҡа. Ураҙа ғәйетенә тиклем, уны мохтаждарға, етемдәргә бирергә мөмкин, мәсеткә лә һалалар. Быйылғы күләме үҙҙәрен урта хәллеләр тип иҫәпләгәндәр­ҙең һәр ғаилә ағзаһына − 50, уртаса килеме булғандарға − 150, хәлле йәшәгәндәргә 250 һумдан билдәләнгән. Һәр ғаилә ағзаһы исеменән бирелә. Уны әйберләтә түләргә лә була. Фиҙиә саҙаҡаһының күләме – 4350 һум.

Әгәр тота алмаһаң...
Рамаҙан айы тамамланыуға бара. Бар мосолман ҡәрҙәштәребеҙ Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн, оло сауаптар биреүен һорап, ураҙа тота.

Изге рамаҙан айы башланыу менән һәр йыл һайын ураҙа ваҡытында, кешеләр менән аралашҡанда, күп кенә һорау, ҡаршылыҡ, аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа. Шундайыраҡ һүҙҙәр ишетелә: “Ауырығас, ниңә тотаһың?”, “Сирле булғанда, ураҙа тотоу – гонаһ”, “Мин тота алмайым, ауырыйым”. “Әгәр тота алмайһың икән, әжерен түләргә ризаһыңмы һуң?” – тиһәң: “Абау, кем уйлап тапҡан уныһын? Ул хәтле аҡсаны мин ҡайҙан алайым? Былтыр 60 һум ғына ине, быйыл бигерәк арттырғандар, муллаларға аҡса етмәйҙер...” – тип фиҙиәне фытыр саҙаҡаһы менән бутайҙар. Эйе, әле көн бик оҙон, егерме сәғәт ваҡытты ашамай-эсмәй түҙергә кәрәк. Дин ҡағиҙәләренең барыһын да үтәп барған кешегә, Аллаға мөкиббән ышанып, тик уның ризалығын алыр өсөн ураҙа тотоусыға, әлбиттә, Хоҙай үҙе ярҙам бирә. Ә бына үҙен мосолман тип йөрөгән, бер ғибәҙәтте лә ҡылмаған кешегә бик ауыр булыр ине. Шуға күрә ундайҙар үрҙә әйткән һүҙҙәр менән күңелен тынысландыра, аҡлана.
Ураҙа – исламда мотлаҡ үтәлергә тейешле биш ғибәҙәттең береһе. Изге Ҡөрьәндә беҙгә фарыз ителгән. Уның үҙ ҡағиҙәләре бар. Ураҙаны тота алмаһаң, нимә эшләргә һуң? Был һорауға бергәләп яуап эҙләйек.
Ауырыһаң, тотмаһаң да ярай. Әгәр ауырыуың ваҡытлыса булһа (температура кеүек), йә был айҙа хроник ауырыуҙарың көсәйеп китһә, һауыҡҡас, аҙаҡ тотоп ҡуйырға кәрәк. Башҡа ауырыуҙар (мәҫәлән, аритмия, ҡан баҫымы күтәрелеү йә төшөү һ.б.), шулай уҡ кеше физик ауыр эштә эшләһә, эш көнө оҙон булһа, ураҙаны ҡаҙа итеп, ҡышҡы көндәргә күсерергә була. Ҡаты ауырыһа (шәкәр сире, яман шеш, инсульт, инфаркт...) һәм башҡа сәбәптәр менән бер ҙә тота алмаһа, фиҙиә саҙаҡаһы бирә. Шуны белергә кәрәк: бер кемгә лә ташлама юҡ. Уның күләмен йыл һайын мөфтиәт иҫәпләп, халыҡҡа еткерә. Быйыл ул бер көнгә 150 һумдан ҡуйылған, 29 көнгә 4350 һум була йәки бер фәҡирҙе көнөнә ике тапҡыр ашатырға кәрәк. Әгәр үҙең белгән мохтаж кешең юҡ икән, был саҙаҡаны мәсеткә бирһәң дә ярай. Уны йыйып алып, кәрәк ергә тапшыралар. Ләкин был ураҙа тотмаған көндәрең өсөн бирелә торған фиҙиә саҙа­ҡаһын шулай уҡ рамаҙан айында бирелә торған фытыр са­ҙаҡаһы менән бутарға ярамай. Мөфтиәт йыл да фытыр­ҙың күләмен дә иҫәпләп сығара. Уны ураҙа тотҡаны ла, тотмағаны ла фәҡирҙәргә йә мәсеткә бирә. Был саҙаҡа ла, фиҙиә лә ғәйеткә саҡлы бирелә. Фытыр хаҡы ғаиләлә нисә кеше булһа, шуға ҡабатлана (бәләкәй балаларға ла). Күптәр байрам көнөндә, ғәйет үткәс, мәсеткә хәйер бирергә килә. Был инде фытыр булмай, ябай саҙаҡа һанала. Уны мәсет үҙ файҙаһына тотона ала.
“Ураҙа тотмаһам, нимә эшләргә?” – тигән һорауға бер мулла яңыраҡ бер мәжлестә, бер мәжлес йыйып ауыҙ астыраһың да, бурысың үтәлә, тип яуап бирҙе. Аҙаҡ асыҡланым, улай ғына түгел икән шул. Эш нисә кеше саҡырыуыңа бәйле. Бер кешене көнөнә ике тапҡыр ашатырға булғас, быйыл айҙың 29 көнөндә 58 кешене бер тапҡыр ашатырға тейеш­һең. Улай булдыра алмаһаң, бер нисә тапҡыр мәжлес йыяһың. Был мәсьәләне яңыраҡ бер ауыҙ асыу мәжлесен алып барған ғилемле, вазифалы Илшат хәҙрәт Хафизовҡа (Башҡортостан бу­йынса хаж ойоштороусы, Ишем­бай районының имам-мөхтәсибе) һорауҙар биреп асыҡланыҡ.
Үҙҙәре ураҙаны ҡалдырмаһа ла, ул мәжлесте хажиҙар ғаиләһе (Нәзирә хажиә һәм Ғәли хажи) ойошторғайны. Ҡырҡ кешене ауыҙ астырҙылар һәм сәхәргә алдан әҙерләнгән өлөш (паек) биреп ҡайтарҙылар. Тимәк, улар шул һандағы кешене ике тапҡыр ашатты булып сыға. Шуныһын да билдәләп китәйем: ифтарҙа бар кешенең дә ауыр аштарҙы ашай алмағанын иҫәпкә алып, улар төр­лө-төрлө ризыҡ әҙерләгән. Ауыҙ асыу өсөн теләгәне емеш-еләк, финик, һыу йәки ҡымыҙҙы һайлап ала. Кемгә туҡмаслы һур­па, кемгә окрошка кеүек һы­уыҡ аш бирҙеләр. Бына шулай, ҡунаҡ­тар­ға әҙерләнгән ризыҡ исраф ителмәһен өсөн ҡунаҡ саҡырыу йолаһын да камиллаштырырға була икән. Тағы шуныһы ла бар икән: ҡунаҡтар араһында ураҙа тотоусылар өсөн ураҙаға вәғәҙә иткән сауабы була, ә тотмаусылар өсөн ябай саҙаҡа сауабы һанала. Хроник сирҙәрең бар, эшең ауыр булһа ла, ураҙаны бер нисә көн булһа ла тотоп ҡарар­ға кәрәк. Иң мөһиме – сәхәргә тороу. Тырыш­лыҡ­та­ры­быҙ Алла­һы Тәғәләгә түгел, беҙ­ҙең үҙебеҙгә кәрәк. Әгәр ураҙа тота алмаһаң да, изге рамаҙан айының һәр бер көнөн хөрмәт итеп, әҙәпле кейенеп, тә­һәрәтләнеп, Ҡөрьән уҡып, зикерҙәр әйтеп, намаҙ уҡып үт­кәр­һәк тә гонаһтарыбыҙ ярлыҡаныр, оло сауапҡа ирешербеҙ. Башҡаларға яҡшылыҡтар эшләп, телебеҙҙе насар һүҙҙәр, ғәйбәт һөйләүҙән тыйып, ата-әсәңдең күңелен күрһәң йә уларҙың ҡәбер­ҙәренә барып доға ҡылһаң, саҙаҡалар биреп, фәҡирҙе, етемде шатландырһаң, Раббы­ның биргәненә шөкөр итһәң, иншалла, күңелдәребеҙ сафланыр, Хоҙай уҡыған доғаларыбыҙҙы ишетер, теләктәребеҙ ҡабул булыр.


Зәйтүнә КӨҪӘПОВА.
Салауат районы,
Көҙән ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?