RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изге айҙың һуңғы ун көнө бигерәк тә мәртәбәле

28.06.2016 Изге айҙың һуңғы ун көнө бигерәк тә мәртәбәле

Изге айҙың һуңғы ун көнө  бигерәк  тә мәртәбәле
Был айҙа ҡылынған һәр ғибәҙәт, һәр изге эш өсөн әжер-сауаптар күп тапҡырға күбәйтеләсәк
Мосолмандар көтөп алған, гонаһтар ғәфү ителгән, ғибәҙәттәр көсәйтелгән күп әжер-сауаплы изге рамаҙан айы үтеп тә бара. Алда бары тик һанаулы ғына көндәр ҡалды. Аллаға ихлас күңелдән ышанған, ошо айҙың бөйөклөгөн тулыһынса аңлаған мосолман уның тамамланыуын һағышланып ҡаршы ала. Сөнки ул тап ошо айҙың башҡа бер ҡасан да кире ҡайтмаҫын белә, ә киләһе рамаҙан айына тиклем кемдер йәшәмәҫкә лә мөмкин. Кемдең күпме ғүмере ҡалғанын бары тик Алла ғына белә бит. Тап ошо ай, бәлки, һинең һуңғы мөмкинлегеңдер. Шуға күрә уның ҡәҙерен белергә, төнгө намаҙҙар уҡырға, Ҡөрьән уҡыуға күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡалар таратырға кәрәк. Был айҙа ҡылынған һәр ғибәҙәт, һәр изге эш өсөн әжер-сауаптар күп тапҡырға күбәйтеләсәк.
Изге айҙың һуңғы ун көнө бигерәк тә мәртәбәле, ҡәҙерле. Бәйғәм­бәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм) был көндәрҙә ғибәҙәттәргә бигерәк ныҡ бирелгән. Ул көндәр – бөйөк көндәр. Динебеҙҙә ир-егеттәребеҙгә был көндәрҙе мәсеттә үткәреү кәңәш ителә. Йәғни ҡатыныңдан, балаларыңдан бер ни тиклем ваҡытҡа айырылып тороп, үҙеңде тик ғибәҙәткә генә бағышлау, Алла вәғәҙә иткән оло әжер-сауаптарға ирешеү.
Рамаҙан айының һуңғы ун көнө шул көндәр­ҙә Ҡәҙер төнөнөң (ләйләтүл ҡадр) булыуы менән дә ҡиммәтле. Аллаһы Тәғәлә былай ти:
“Беҙ уны (Ҡөрьәнде) бөйөк төндө төшөрҙөк һәм Беҙ киҫәтәбеҙ. Ул ваҡытта, Беҙҙең ҡушыу буйынса, хикмәтле эштәр хәл ителә. Беҙ бәйғәмбәрҙәрҙе һәм китаптарҙы Ишетеүсе, Белеүсе Раббыңдың мәрхәмәте менән ебәрәбеҙ” (“Әд-Духан”, 1 – 6).
Шулай уҡ Ҡөрьәндә был төн тураһында тотош сүрә бар:
“Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер (Бөйөклөк) төнөндә төшөр­ҙөк. Ҡәҙер төнөнөң нимә икәнен ҡайҙан белә алаһың һин? Ҡәҙер төнө мең айға ҡарағанда ла яҡтыраҡ. Был төндө фәрештәләр һәм Рух (Джәбрәил), Раббыларының рөхсәте менән, Ул ҡушҡан бөтә нәмә буйынса төшәләр. Был төн таң атҡанға тиклем бәрәкәтле ҡала” (“Әл-Ҡадр”, 1 – 5).
Был төндөң бер нисә өҫтөнлөгө бар. Беренсенән, был төндө беҙгә тура юл күрһәткесе булып торған изге Ҡөрьән төшөрөлгән. Уға тотон­ған кеше был донъяла ла, Ахирәттә лә бәхетле буласаҡ. Икенсенән, кеше был бәрәкәтле төндөң бөйөклөгөн тулыһынса аңлай алмай. Ошо төндә ғибәҙәттә булған кеше бик күп әжер-сауапҡа ирешәсәк. Ә ул төндө йыл һайын ғибәҙәткә бағышлаған кешенең әжер-сауаптары тағы ла күберәк буласаҡ. Өсөнсөнән, был төндө, Раб­бы­ларының ҡушҡанын үтәп, фәрештәләр төшә. Улар менән бергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт тә төшә. Дүртенсенән, был төндө Аллаһы Тәғәлә Үҙенә буйһон­ған, ҡушҡандарын үтәгән ихлас ҡолдарын Тамуҡ утынан арындыра. Бишенсенән, Алла беҙгә ошо төндөң бөйөклөгөн аңлатҡан тотош сүрә төшөргән. Беҙ уны Ҡиәмәт көнө еткәнсе уҡыясаҡбыҙ.
Ҡәҙер төнөндә фәрештәләр ал­дағы йылда ниҙәр буласағы тураһында мәғлүмәт аласаҡ. Уларға ләүхүл-мәхфүҙдә (тәҡдир яҙып ҡуйыл­ған таҡта) яҙып ҡуйылған бер йыллыҡ хәлдәр хәбәр ителәсәк: был йылды кемгә күпме ризыҡ яҙылған, кем тыуасаҡ, кемдең йәнен алырға кәрәк буласаҡ һ.б.
Бына ниндәй бөйөк төн ул Ҡәҙер төнө. Шуға күрә бар мәшәҡәтте онотоп, рамаҙан айының һуңғы ун төнөн ғибәҙәттә үткәрергә кәрәк. Бәлки, икенсе йылға беҙгә инде ундай мөмкинлек бирелмәҫ.
Әбү Һурайранан еткерелгән хәҙис буйынса, бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм): “Кем Ҡәҙер төнөн, Алланың әжеренә ышанып һәм өмөтләнеп, намаҙҙа үткәрә, шуның алда эшләгән гонаһтары кисереләсәк,” – тигән. Ҡәҙер төнөндә намаҙҙы бөтәһе лә шулай эшләгән өсөн йәки мәсеттең имамы, йә икенсе берәү ҡушҡан өсөн, башҡалар күрһен өсөн түгел, ә ихлас күңелдән Алланың гонаһтарҙы ғәфү итеренә ышанып, ошо төндөң бөйөклөгөн аңлап уҡырға кәрәк.
Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм) Ҡәҙер төнөн рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләргә ҡушҡан. Туғыҙ, ете йәки биш көн ҡалғас. Ҡәҙер төнө һуңғы таҡ һанлы төндәрҙә тигән фекер дөрөҫ тип иҫәпләнә. Йәғни уны изге айҙың 21, 23, 25, 27 йәки 29-сы төнөндә эҙләргә кәрәк. Ниндәйҙер бер төндө айырып күрһәтеү дөрөҫ түгел. Сөнки был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм), ғөмүмән, һуңғы ун төндө көслө ғибәҙәттә үткәргән.
Билдәле булыуынса, бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм) был төндөң ҡасан икәнен ҡасандыр белеүен, әммә аҙаҡ Алланың быны оноттороуын әйткән. Бының хикмәте ниҙә һуң? Алла бит бер нәмәне лә тиктән генә эшләмәй, Алла беҙҙең Уға нығыраҡ яҡынайыуыбыҙҙы, ғибәҙәттә күберәк булыуыбыҙҙы теләй. Сөнки Ҡәҙер төнөнөң бөйөклөгөнә ихлас ышанған, ошо төндө Раббыһының гонаһтарын кисереүенә өмөт иткән кеше нисек тә булһа ул төндө ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышасаҡ. Шуға күрә ун төн эсендә ғибәҙәттәрен көсәйтәсәк, тәүбә ҡыласаҡ. Бының менән күпме әжер аласаҡ ул! Ә Ҡәҙер төнөндәге ғибәҙәте өсөн әжере тағы ла күбәйәсәк. Шуға күрә Алла был төндө беҙҙең өсөн сер итеп ҡалдырған. Әгәр ҙә ул төндөң ҡасан икәнен белһәк, беҙ уны ғына көтөп, башҡа төндәрҙә ғибәҙәткә вайымһыҙ булып, уның менән бергә күп әжер-сауаптан тороп ҡалыр инек.
Бөйөк Ҡәҙер төнө башҡа төндәр­ҙән айырылып тора. Был төндө мосолман ниндәйҙер һиллек, иман күтәренкелеге тоя, намаҙҙарынан быға тиклем алмаған рәхәтлек ала. Ул төн бик яҡты була. Әммә хәҙерге заманда быны аңлауы ауыр. Сөнки һәр ерҙә тиерлек төнгө ҡараңғылыҡты яҡтыртыусы лампалар бар. Ҡәҙер төнөндә йондоҙҙар ҙа, ай ҙа яҡтыраҡ балҡый, ел дә тыныс ҡына иҫә. Ғәҙәттә, был төндө ғибәҙәттә үткәргән кеше быларҙы тоя. Йөрәк ниндәйҙер рәхәтлек кисерә.
Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм) ҡатыны Ғәйшә унан был төндө ниндәй доға уҡырға кәрәклеген һорағас, ул былай тип яуап биргән: “Аллаһүммә иннәкә ғәфүүун түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәнни!” (“Йә Алла! Һин – ғәфү итеүсе бит. Ғәфү итергә яратаһың. Ғәфү итсе мине!”).
Әлбиттә, был төндө бынан башҡа ла доғалар ҡылырға кәрәк.
Рамаҙан айы бына-бына тамамланырға тора. Тимәк, Ҡәҙер төнөнә лә күп ҡалманы. Ошо изге айҙың һуңғы көндәрен һәм төндәрен бәрәкәтле итеп, Алланың ризалығына ирешеп үткәрһәк ине. Раббыбыҙҙан ураҙаларыбыҙҙы һәм башҡа ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итеүен һорарға онотмайыҡ.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?