31.12.2015 Изге китап – шиғыр юлдарында
Башҡортостан мосолмандары ошо көндәрҙә “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабын алып ҡыуанды. Сүрәләрҙе шиғри юлдарға күренекле шағир, йыраусы, ҡурайсы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Мәүлит Ямалетдинов һалған. Ул был изге эш менән 23 йыл буйына шөғөлләнә.
Башта 50 сүрәне тәржемәләгән Ҡөрьән Кәрим китабы бынан бер нисә йыл элек Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ярҙамында 5 мең дана тираж менән донъя күргәйне.
Әле шағир 76 сүрәне шиғри юлдарға ауҙарған. Уны сығарыуҙа Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин булышлыҡ иткән. Миңзәлә һәм Ҡадурий хажи Фазлетдиновтар матди ярҙам күрһәткән. “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәтендә әлегә 500 дана менән генә донъя күргән Изге китап сүрәләренең шиғри аңлатмаһы, республикабыҙҙа 3,5 мең мәсет барлығын иҫәпкә алғанда, бик әҙ, әлбиттә. Шуға ла яҡын киләсәктә өҫтәмә тиражын баҫтырып сығарыу хәстәрлеге күрелә. Был китап ауылдарҙағы һәр мәсеттә, хатта һәр мосолман ғаиләһендә булһа, йәштәр араһында ла дингә ылығыусылар күбәйер ине.
Ябай халыҡ ғәрәпсә уҡылған аят-доғаларҙың мәғәнәһен аңлап бөтмәй, шуға урындарҙағы муллалар йома намаҙҙарында йәки өйҙәрҙә үткәрелгән Ҡөрьән мәжлестәрендә башта ғәрәпсә, аҙаҡ шул сүрәләрҙе башҡортса уҡып ишеттерһә, файҙаһы күберәк буласаҡ.
Һуңғы йылдарҙа балалар араһында ла Ҡөрьән уҡыусылар конкурстары ойошторола. Бәләкәстәрҙең күбеһе ғәрәп телен белмәй, яттан һөйләгән аяттарҙың мәғәнәһенә лә төшөнөп бөтмәй. Улар ҙа башҡортса шиғри юлдар менән бирелгән доғаларҙы үҙ телендә аңлап ятлар, матур итеп көйләп һөйләп тә бирәсәк.
Мәүлит Ямалетдинов сүрәләрҙе шиғри юлдарға һалғанда, үҙе лә моңло йырсы булараҡ, уларҙың йырлап тороуына өлгәшә алған. Сүрәләр ябай халыҡҡа яҡшы аңлашыла, тәьҫир итеү көсө лә юғары, хәтерҙә лә ныҡ ҡала. Ҡөрьән сүрәләрен шиғри юлдарҙа уҡыған кешеләрҙең Изге китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ла артасаҡ.
Киләсәктә Мәүлит Ямалетдинов алдында ҡалған сүрәләрҙе лә шиғри юлдарға һалып, тотош Ҡөрьәнде яңынан баҫтырып сығарып халыҡҡа еткереү бурысы тора. Ул был изге ғәмәлен дә тормошҡа ашырыр, тип ышанабыҙ һәм өмөтләнәбеҙ.
Шағир сүрәләрҙе шиғри юлдарға һалыу менән генә сикләнмәйенсә, уларға аңлатма биреп китеүҙе лә кәрәкле һанаған. Китаптың аҙаҡҡы өлөшөндә мосолмандар өсөн бик күп ғәрәп һүҙҙәренең мәғәнәһен дә төшөндөргән 944 аңлатманы биреү өсөн шағир иҫ киткес ҙур хеҙмәт һалған. Ҡөрьән Кәримде уҡып сығырға теләүселәр өсөн былар ифрат файҙалы.
Шағирҙың оло изге хеҙмәтен аңлар һәм баһалар өсөн түбәндә “Фатиха” һәм “Аятел Көрси” сүрәләренең шиғри юлдарға һалынған өлгөләрен тәҡдим итәбеҙ.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Барса маҡтау бер Аллаға: Ул – ғаләмдәр хужаһы,
Сикһеҙ рәхмәт һәм мәрхәмәт бүтән кемгә хас тағы?
Ул Ҡиәмәт көнөнөң дә берҙән-бер падишаһы.
Эй, Алла, тик һинең алда беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ.
Һинең генә ярҙамыңа ялбарышып ҡалабыҙ.
Күрһәт беҙгә тура юлды, хаҡлыҡ юлына күндер.
Ниғмәттәреңә ирешкән заттар рәтенә индер.
Асыуыңа дусарҙарҙың аҙашыуынан дүндер.
"Аятел Көрси"
Мәңге тере, мәңге бар (һәм мәңге буласаҡ) Алла,
Унан башҡа илаһ итеп тотор зат юҡ донъяла.
Уны һис тә серем алмай, солғамай Уны йоҡо,
Күктәрҙә һәм ерҙә ни бар – бөтәһе лә Уныҡы.
Кем ҡылһын Уның алдында (һеҙҙең өсөн) шәфәғәт,
Әгәр ҙә мәгәр булмаһа Уның тарафтан рөхсәт?
Алла белә: ниндәй хәлдәр булған уларға ҡәҙәр.
(Һәм Ул белә): уларҙан һуң буласаҡ алда ниҙәр.
Ә улар, Алланың рәғбәт иткәндәренән ғәйре,
Уның ғилеменә эйә була алмаҫ үҙҙәре.
Уның ғилеме тарала күккә һәм ер йөҙөнә,
Икеһен дә һаҡлау Уның ҡыйын түгел үҙенә.
Сөнки Ул (донъя йөҙөндә) иң бөйөк, иң юғары.