RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәйғәмбәрҙәр шәжәрәһе

27.06.2015 Бәйғәмбәрҙәр шәжәрәһе

Бәйғәмбәрҙәр шәжәрәһе Ҡәҙимге кеше теге һәм был донъяны барлыҡҡа килтергән Аллаһы Тәғәлә әҙәм балалары араһына ебәрелгән бер бәйғәмбәрҙе, уҙа барһа икәүҙе таный. Мосолмандарҙың күпселеге Мөхәммәт ғәләйһи үә сәләмде белә, насраниҙар Ғайса ғәләйһи үә сәләмде бәйғәмбәр тип таный. Ҡайһы берәүҙәр тағы ла бер нисә бәйғәмбәрҙе әйтә алыр. Әммә уларҙың тағы ла күберәк булғанын бик һирәк кеше белә. Сөнки руханиҙар үҙ динен ерҙә таратҡандар тураһында ғына һүҙ йөрөтөргә әүәҫ, ә бүтәндәр хаҡында белһә лә өндәшмәүҙе хуп күрә. Мин, мәҫәлән, мосолман йә насрани, йә йәһүди дин әһелдәрен байтаҡ беләм, әммә араларында үҙ диненән башҡаһының бәйғәмбәре тураһында бәйнә-бәйнә, яҡшы ниәт, изге күңел менән һөйләгән кешене бик һирәк осраттым. Бәйғәмбәрҙәр тураһында теҙеп яҙылғанды ла йыш осрата алмаҫһың.

Шуға күрә Бәйғәмбәрҙәр шәжәрәһенә юлығыуым айырыуса оло әһәмиәткә эйә бер ваҡиға булды. Уға сәбәпсе – Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. Бер күрешеүебеҙҙә ул миңә Бәйғәмбәрҙәр шәжәрәһе тип аталған плакат бирҙе. Плакат шәжәрә ағасы рәүешендә төшөрөлгән һәм бөтөн яҙыуы ла ғәрәпсә яҙылған*. Үҙем ғәрәпсә белмәгәнгә күрә, тәржемә итеүен үтенеп хәҙрәттең үҙенә үк мөрәжәғәт иттем. Балыҡ бирһәң, баулап бир, башын-күҙен сайҡап бир, тиҙәр бит әле. Шуның һымаҡ булды инде.

Хәҙрәт баш тартманы. Оҙаҡламай плакат башҡортсаға тәржемәлә минең алға ятты. Ҡыуанысымдың һәм һоҡланыуымдың сиге булманы. Сөнки унда Бөйөк ҡөҙрәтебеҙ – Аллаһы Тәғәлә Ер йөҙөнә биргән бөтә бәйғәмбәр ҙә һаналғайны, уларҙың ҡайһы дәүерҙә эшмәкәрлек иткәне, ҡайһы бәйғәмбәрҙең кешеләр араһында айырыуса оло әһәмиәт ҡаҙанғаны тасуирланғайны. Ошондай белем сығанағы бүләк иткәне өсөн, әлбиттә, Нурмөхәммәт хәҙрәткә ҡат-ҡат рәхмәт уҡыным.
Беренсе бәйғәмбәрҙең Әҙәм икәнлеген бик күп кеше белә. Аллаһы Тәғәләнең уны тупраҡтан яралтыуын бик йыш ишетә торабыҙ. Ҡөрьән Кәримдәге аяттарҙа, доғаларҙа, атабыҙ Әҙәм, әсәбеҙ Һауа, тип әйтелә. Был плакаттағы шәжәрә ағасы ла Әҙәмдән башлана. Уға аңлатма рәүешендә: кешеләр – Әҙәм балалары һәм Әҙәм тупраҡтан яратылған, тип яҙылған. Ошоно уҡығас, бынан күп йылдар элек Әҙәм хаҡында яҙылған мәғлүмәтте лә үҙ эсенә алған бер китаптың барлығы иҫкә төштө һәм шуны эҙләп алдым. Был СССР Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеү институтында сыҡҡан А. Кононовтың “Родословная туркмен. Сочинение Абу-л-гази, хана хивинского” тигән китабы. Ул 1958 йылда Мәскәү-Ленинградта СССР Фәндәр академияһы нәшриәтендә сыға­рыл­ған. Тарихсылар, бигерәк тә төрки халыҡтары тарихын өйрәнеүселәр өсөн бик әһәмиәтле китап. Александр Кононов боронғо төрки телендә яҙылған был тарихнамәне рус теленә тәржемә итеп кенә ҡалмай, уға бик ентекле аңлатма биргән, боронғо төрки теленең грамматикаһына байҡау яһаған, бик күп һүҙгә, географик, тарихи атамалар­ға, китапта телгә алынған халыҡтар, кеше исемдәренә, шәхестәргә ентекле тикшереү яһаған. Әбул ғази хандың үҙ халҡын яңы бейеклектәргә күтәргән дәүләт башлығы булыу менән бер рәттән, ҙур тарихты өйрәнгән һәм килер быуындарға китап рәүешендә яҙып ҡалдырған бөйөк шәхес икәнлеген һәр яҡлап раҫлай.
Китаптың 37-се битендә “Об Адаме, да будет мир над ним” тигән бүлек башлана. Тап ошо бүлектә бәйғәмбәрҙәр тураһында беҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр тупланған. Шуларҙы башҡорт те­лен­дә тасуирлап ҡарайыҡ.

“Әҙәм тураһында, именлек теләйек уға”

“Аллаһы Тәғәлә үҙенең фәрештәләренә: “Кешене тупраҡтан яралтып, уға йән биргәс, мин уны ерҙәге үҙемдең вәкилем – рәсүлем итеп ҡуям”, – тигән. Шулай тигәс, фәрештәләр ҡаршы төшкән: ”Тау тәбиғәтен яландыҡы менән ҡуша тотоп булмай. Шуның кеүек, һин яһаған йән эйәһе менән кешеләр ҙә бер булмаҫ. Шуға кешеләр һиңә ҡаршы төшөр һәм һин бар иткән йәндәр үлер”, – тигәндәр. Аллаһы Тәғәлә: “Мин белгәнде һеҙ белмәй­һегеҙ. Барығыҙ, тупраҡтан әҙәм һынын яһағыҙ”, – тигән. Алланың ҡушыуы буйынса Ғазраил фәрештәләргә ер йөҙөнөң төрлө урынынан тупраҡ йыйырға һәм шуларҙы ҡушып болғап, балсыҡ иҙергә, кеше һынын яһап, уны Бөйөк Мәккә менән Таиф араһына һалырға бойорған.

Бер нисә йыл уҙғас, Аллаһы Тәғәлә уға йән биргән һәм ул мең йыл буйы ошо донъяла йәшәгән. Әҙәм тигән һүҙ – ғәрәп һүҙе. Ғәрәптәр тирене әҙәм ти. Һәр нәмәнең тышын улар шул уҡ һүҙ менән атай. Кеше һынын да фәрештәләр тупраҡты бер урындан соҡоп алып түгел, ер йөҙөнән йыйып яһаған. Шуға уны ла Әҙәм тигәндәр. Уның ҡайһылайтып ожмахҡа киткәнлеген, унан нисек сыҡҡанын, шунан ер өҫтөндә нисек йәшәгәнлеген барыһы ла белә. Шуға был турала һөйләп тормайыҡ.
Әҙәм, үлергә йыйынғас, янына Шәйс исемле улын саҡырып алған: “Минән һуң минең урынға һин ултыр һәм минең нәсәптең башында тор”, – тип әйткән, бик күп яҡшы кәңәш биргән һәм был донъянан теге донъяға күскән.

Бынан һуң Ябраил, именлек булһын уға, Аллаһы Тәғәләнән Шәйскә китап төшөргән һәм Шәйс бәйғәмбәр ҙә ил башы булған. Илгә ғәҙел хаким булып, ул был донъяла туғыҙ йөҙ ун ике йыл йәшәгән һәм йәннәт яғына күскән. Шәйс исеменең мәғәнәһе – хоҙайҙан ҡурҡыу. Үлеме алдынан Шәйс үҙ урынына улы Анушты ултырта һәм Алла тарафына күсә.
Ануш ҡартатаһы һәм атаһынан ҡалған ҡанунды тотоп, атаһы һымаҡ был туҡталҡала туғыҙ йөҙ ун ике йыл йәшәгәндән һуң теге туҡталҡаға китә. Ануштың мәғәнәһе – ышаныслы.

Ул үлеп барған сағында үҙ урынына улы Ҡинанды ултырта һәм бик күп яҡшы кәңәш, аҡыл бирә. Ануш һигеҙ йөҙ ҡырҡ йыл дауамында атаһының юлынан бара, шунан үҙ урынына Михлаил тигән улын ултыртып, хоҙай янына китә.
Михлаил дәүерендә Әҙәм балалары ныҡ үрсей һәм үҙҙәре йәшәгән илгә һыймай башлай. Шуға Михлаил Бабаил (Вавилон) яғына китеп, шунда ҡала нигеҙләй һәм уға Сус исемен бирә. Ул өйҙәр һалдыра һәм биҫтәләр яһай. Уғаса ҡала ла, ауыл да, өйҙәр ҙә булмай.

Кешеләр тау ағаслыҡтары, урман араһында көн иткән була. Ул кешеләргә: “Ер йөҙөнә һибелегеҙ!” – тип бойора. Михлаилдың бойороғон үтәп, Әҙәм балалары тарала һәм уңайлы урындарҙа тораҡтар һала.
Михлаил исеме аталған ҡалала туғыҙ йөҙ ҙә егерме йыл йәшәп, үҙ урынына Берҙә исемле улын ултыртып, ауыр һулышһыҙ илгә күсә.

Берҙә, был йортта туғыҙ йөҙ алтмыш йыл тороп, үҙ йортон улы Ехнохҡа (Енохҡа) ҡалдырып, күсмәй ҙә, туҡтамай ҙа торған йортҡа китә.

Улының исеме Ехнох, ҡушаматы Иҙрис* ине. Аллаһы Тәғәлә уны бәйғәмбәр итте. Һикһән ике йыл ул бәйғәмбәрлек итте һәм халыҡты хаҡ юлға өндәне. Шунан һуң хоҙай ҡушҡанса Ғазраил килә лә, ҡанаттарына Иҙристе, именлек булһын уға, һалып, уны йәннәткә алып китә. Шунан алып бөгөнгәсә ул ожмахта тора.
Иҙрис ожмахҡа күскәс, улы Мөтөшәлех атаһы урынына ултыра һәм ғәҙеллек менән хаҡ хөкөм ҡыла. Уның ғүмеренең һаны билдәһеҙ. Ул да атаһы артынан китә.

Мөтөшәлехтың улы Леймәк, атаһы урынына ултырып, оҙаҡ йылдар ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ тотоп килә. Ул да атаһы юлынан китә. Уның да ғүмер оҙонлоғо билдәһеҙ.

Бынан һуң атаһы урынына Нух (Ной) ултыра. Йәше ике йөҙ иллегә еткәс, Хоҙай Тәғәлә уға бәйғәмбәрлек бирә. Ете йөҙ йыл буйы ул халыҡты хаҡ юлға өндәй. Һикһән ир һәм ҡатын ышана уға.

Ете йөҙ йыл буйына өгөтләп тә ни бары һикһән генә кешенең хаҡлыҡ яғына сыҡҡанына ныҡ асыуы килгән Нух халыҡты ҡарғай. Ябраил килеп: “Аллаһы Тәғәлә һинең доғаңды ишетте һәм фәлән ваҡытта халыҡты һыуға батырырға ниәтләне. Ә һин кәмә яһа”, – ти ҙә уны нисек яһарға икәнлеген күрһәтә.

Ер аҫтынан һыу урғыла, күктән көслө ямғыр яуа. Ер өҫтөндәге бөтөн тереклек тә һыуға бата. Нух ғәләйһи үә сәләм үҙенең өс улы һәм хаҡлыҡҡа инанған һикһән кеше менән берлектә кәмәгә ултыра. Хоҙай Тәғәләнең ҡушыуы буйынса бер нисә айҙан һыу кире ергә һеңеп бөтә. Мөсәл ҡалаһы янында кәмәнең мороно Джуд тауына барып төртөлә.

Кәмәнән төшкән бөтә кеше лә ауырыуға һабыша. Нух бәйғәмбәр менән уның өс улы һәм өс килене генә шәбәйә, ҡалған кешеләр үлә. Шунан һуң Нух бәйғәмбәр үҙенең өс улын өс тарафҡа ебәрә. Хам исемле улын Һиндостан яғындағы ергә, Самды Иран яғына, Йәфесте (Йәфетте) төньяҡҡа оҙата. Өсөһөнә лә: “Әҙәм балаларынан һеҙ өсәүҙән башҡа берәү ҙә ҡалманы. Өсөгөҙ өс йортҡа урынлашығыҙ. Уланда­ры­ғыҙ, балаларығыҙ күбәйгәс, шундағы ерҙәрҙе үҙегеҙҙең йортҡа әүерелдереп, шунда йәшәгеҙ”, – ти.

Йәфес тураһында ҡайһы берәүҙәр, ул бәйғәмбәр булған, ти. Икенселәр, булманы, ти. Йәфес атаһының ҡушыуы буйынса Джуд тауын ҡалдырып, Итил һәм Яйыҡ буйына китә. Шунда ике йөҙ илле йыл йәшәп, үлә.
Уның һигеҙ улы була. Уларҙан күп нәҫел ҡала. Улдарының исемдәре: Төрк, Хазар, Саҡлаб, Рус, Минг, Чин, Кемери, Тарых. Йәфес үлер алдынан үҙ урынына өлкән улы Төрктө ултырта һәм бүтән улдарына: ”Төрктө үҙ хакимығыҙ итеп танығыҙ, уның ҡушҡанынан сыҡмағыҙ”, – ти.

Төрккә “Йәфес уғлы” ҡушаматы бирәләр. Ул киң күңелле һәм аҡыллы кеше була. Атаһынан һуң тирә-яҡҡа йөрөп, урын ҡарай, шунан бер ерҙе оҡшатып, шунда ултыра. Хәҙер был ер Ысыҡкүл тип атала. Төрк тирмәне уйлап таба, төрктәр араһында йөрөгән күп кенә ғөрөф-ғәҙәт унан ҡалған. Төрктөң дүрт улы була: олоһо – Тутек, икенсеһе – Йәкел, өсөнсөһө – Бержейәр, дүртенсеһе – Эмләк. Төрк үлергә йыйынғас, үҙ урынына хаким итеп Тутекте ҡалдырҙы, үҙе алыҫ-алыҫҡа китте.
Тутек аҡыллы, ҡеүәтле һәм киң күңелле ил башлығы булды...”

Абу-л-ғазиҙың “Төркмән шәжәрәһендә” артабан төрки халыҡтар­ҙың үрсеүе, яңынан-яңы ерҙәр яулауы, ҡеүәтле дәүләттәр ҡороуы хаҡында һөйләй. Тутектан һуң ил башында Амулджа хан, унан һуң улы Бакуй Диб хан, шунан Күк хан, уның улы Алынжа хан була. Алынжаның игеҙәк ике улы тыуа: Татар һәм Мағул. Хан үҙе үлер алдынан ханлығын ике тигеҙ өлөшкә бүлеп, ике улына бирә. Былар һәр ҡайһыһы үҙ ерендә ханлыҡ итә.

Абу-л-ғази бүтән хандар һәм батырҙар тураһында һөйләгәндә уларҙы башҡаса бәйғәмбәрҙәр менән бәйләмәй. Әммә уның китабынан бер һығымта яһап була: ер йөҙөндәге бөтә халыҡ та, бөтә кеше лә ҡаны-тамыры менән Әҙәм ғәләй­һи үә сәләм бәйғәмбәргә барып тоташа. Аллаһы Тәғәлә кешене ер йөҙөндә үрсетер өсөн Әҙәмде тупраҡтан яралтҡан. Кеше күбәйгәс, Аллаһы Тәғәлә халыҡ юлдан яҙмаһын, хаҡ юлдан барһын өсөн ергә бәйғәмбәр­ҙәргә ебәрә тора.

Нухтан һуң Аллаһы Тәғәлә Һуд ғәләйһи үә сәләмде бәйғәмбәр итә. Шунан Салих ғәләйһи үә сәләм бәйғәмбәр була. Алтынсы бәйғәмбәр Ибраһим ғәләйһи үә сәләм. Етенсе, һигеҙенсе, туғыҙынсы бәйғәмбәрҙәр: Лут, Исмәғил, Исхаҡ ғәләйһи үә сәләмдәр. Унынсы бәйғәмбәр Яҡуп (ғәрәптәр уны Яғҡуб ти) ғәләйһи үә сәләм. Шунан Йософ, Шөғәйеп, Әйүп, Зөлҡәфи ғәләйһи үә сәләмдәр бәйғәмбәрлек итә. Ун бишенсе бәйғәмбәр – данлыҡлы Муса ғәләйһи үә сәләм. Унан һуң Дауыт, Сөләймән, Ильяс, Әл Йәсәғ, Юныс, Зәкәриә, Яхъя ғәләйһи үә сәләмдәр кешеләр араһында Аллаһы Тәғәләнең рәсүле була. Егерме дүртенсе бәйғәмбәр Ғайса (ғәрәпсә Ғиса, насраниҙар уны Иса – Иисус) ғәләйһи үә сәләм. Ер йөҙөндәге иң ҙур диндәрҙең береһе – насраниға (христианство) нигеҙ ҡороусы бәйғәмбәр ул. Һуңғы егерме бишенсе бәйғәмбәр беҙҙең Мөхәммәт ғәләйһи үә сәләмебеҙ. Уның кемлеген мосолман кешеләренә аңлатып тороуҙың кәрәге юҡ. Үҙен Ислам диненә ҡараған кеше тип һанаусы Алланың берлегенә, Мөхәммәт ғәләйһи үә сәләмде Алланың ерҙәге вәкиле тип белергә тейеш. Бәйғәмбәрҙәр­ҙең ер өҫтөндә бурысы бер генә – Әҙәм балалары үҙҙәренең кем икәнлеген онотмаһын һәм бер береһе менән именлектә, татыу, ярҙамсыл йәшәһен. Ошо ниәттән дә изге тағы ни булһын!

Ғәлим ХИСАМОВ.

*Артабан шәжәрә яҙылған плакатты ғәрәпсә шәжәрә тип атарбыҙ.
*Ғәрәпсә шәжәрәлә Әҙәмдән һуң икенсе бәйғәмбәр тип Иҙрис ғәләйһи үә сәләм күрһәтелгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?