13.06.2014 БУРЫСЛЫ БУЛЫУ – ҠОЛЛОҠ
Уңда ла – ломбард, һулда ла!
Гарвард университеты белгестәре барыбыҙҙы ла уйландырырлыҡ һандар еткерә: донъя буйынса иҫәпләп сығарғанда, 20 – 50 йәшлек кешеләрҙең 67 проценты бурысҡа йәшәй. Америкала был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ. Европа илдәрендә лә бурыс алыусылар күп булһа ла, ундағы халыҡтың менталитеты, кредиттарға ҡуйылған түбән проценттар хәлде көрсөккә алып барып еткермәй.
Ә “Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан” тигән әйтемде бер ҙә генә онотмаған Рәсәй халҡы, әлбиттә, банкыларҙан алынған бурысын ҡаплай алмаусыларының һаны буйынса донъяла алға сығып бара. Хәҙер бер ҙә арттырмай ғына шуны әйтергә була – Рәсәй халҡының бик ҙур өлөшө кредит соҡорона төшөп ултырған һәм шунан нисек сығырға белмәй аптырана. Кредиттар, башҡа төр бурыстар алып тороуҙың кире яҡтарын күпме генә һөйләмәһендәр, халыҡ башын һаман бәләгә тығыуҙан туҡтамай.
РФ Үҙәк банкыһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, кредит учреждениеларында бурыс булып торған 27,9 триллион һумдың 1 триллионын түләмәүселәр “ҡара исемлек”кә индерелгән. Был аҡсаны ҡайтарып биреү ваҡытының үтеүе 30 көндән ашып киткән тигәнде аңлата. Бурысҡа батыусыларҙың күпселеге ошондайыраҡ схема буйынса батырған һаҙлыҡтан сыға алмай: тәүҙә кеше банктар көсләп тиерлек тотторған кредит картаһын ала. Уныһының проценттарын ғына түләп йөрөй. Күпмелер ваҡыттан һуң тулы сумманы һораусы банк менән иҫәпләшеү маҡсатында аҡсалата кредит ала. Артабан айлыҡ түләүҙәрҙе түләй алмайынса көнөндә үк ҙур проценттар менән аҡса биреп торған ойошмаларға бара. Был аҡсаны ла ваҡытында ҡайтарып бирә алмайынса булған мөлкәтен ломбардҡа тапшыра башлай. Һөҙөмтәлә башы процент түләүҙән сыҡмай. Бурысы бер ҙә кәмемәй.
Әйткәндәй, ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә һуңғы йылдарҙа асылған ломбардтар һәм тиҙ генә аҡса биреп тороусы ойошмаларҙың һанын белеү өсөн ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәң дә файҙаһыҙ – аныҡ һандарҙы белеү мөмкин түгел. Уларҙың ғүмергә күрелмәгән темптар менән асылыуын яҡшыға юрап булмай. Кешеләр быға тиклем башҡа сараһы булмаған ваҡытта ғына аҡсаны бурысҡа алырға тырышһа, хәҙер алтын биҙәүестәр, ҡиммәтле кейем һатып алыу өсөн дә кредит ала. Ҡыҫҡаһы, кешеләр проценттар түләүгә киткән аҡсаһының елгә осҡанлығын тейешенсә баһаламай. Әгәр проценттар шул тиклем ҙур булмаһа, бөгөн аҡса биреп тороусы ойошмаларҙың һаны көн һайын артмаҫ ине.
Иң насары шул: кредит алыусылар араһында күпселекте йәштәр тәшкил итә. Хәҙер беҙҙә бурысҡа йәшәүсе, шул арҡала янсығында бер тин дә артыҡ аҡса ятмаусы тотош быуын үҫеп килә. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында эш хаҡы бер ай ғына булһа ла тотҡарланһа, улар ҡот осҡос хәлдә ҡаласаҡ.
Эҫе июнь
Июнь һәм июль айҙарында банктарҙа эш айырыуса әүҙемләшә. Банк хеҙмәткәрҙәре һанап сығарыуынса, тап ошо ике айҙа халыҡ кредиттарҙы күберәк ала. Ипотека, автокредит кеүек ҙурыраҡ бурыстарҙы алыуҙың иң әүҙем сағы декабрь аҙаҡтарына тура килһә, 100 мең һумға тиклем вағыраҡ кредиттарҙы кешеләр тап йәй айҙарында ала. Ә иң ҙур проблемалар тап ошо ваҡ кредиттар менән килеп сыға ла инде. Уны алыусылар бурысына күҙ йомоп ҡараған осраҡтар көндән-көн йышыраҡ теркәлә. Бурыс түләнеүе менән матур тиһәләр ҙә, алған аҡсаны кире ҡайтарып бирмәҫкә теләү хыялы һәр кемгә таныш. Әлбиттә, күпселек халыҡ, теләһә лә, теләмәһә лә, бурысын ваҡытында һәм тулыһынса ҡайтарып бирергә тырыша. Ләкин бер юлы биш-алты кредит түләргә маташып, ас-яланғас ҡалғандар ҙа етерлек.
“Росгосстрах” компанияһы үткәргән тикшереү буйынса шул асыҡланған: аҡса алып тороусы Рәсәй халҡының 94 проценты бер нәмәгә ҡарамай кредит бурыстарын үтәргә йыйына. Бурыслыларҙың 2,5 проценты, аҡсаны түләүҙән ҡасып була, тип һанай, ләкин шулай ҙа мөмкинлеге булыу менән бурысын алып барып бирәсәк. Ә инде ҡалған 1,5 проценты кредитты түләмәүҙең бер ниндәй проблемаһын да күрмәй һәм был мәсьәлә менән шөғөлләнергә лә йыйынмай.
Әйткәндәй, эш хаҡын күберәк алып эшләгәндәр араһында бурысын ваҡытында ҡайтарып бирмәүселәр бик күп. Тағы ла бер ҡыҙыҡ факт: бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең барыһы ла кредиттарын ваҡытында түләп бара тиерлек. Шулай инде ул беҙ, бай булмаһаҡ та, шул тиклем ғәҙел һәм намыҫлыбыҙ.
Һаман арта…
Былтыр Рәсәйҙә кешеләр кредитты 2012 йылдағынан 35 процентҡа күберәк алған. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был – бик ҙур һәм уйландырырлыҡ факт. Етмәһә, бурыстарҙың күпселеге көнкүреш техникаһы, ял итеү, кейем алыу кеүек көндәлек нәмәләр өсөн алынған. Тимәк, Рәсәй халҡының күпселеге түләнгән эш хаҡына йәшәй алмай, ябай ғына нәмәләрҙе алыу өсөн дә бурысҡа бата. Элек электр сәйнүге өсөн аҡсаһын йомарлап тотоп бер йыл сиратта торһа, хәҙер тауарын тәүҙә ала ла, бер йыл буйы уның хаҡын түләй. Проценттар менән.
Кредит суммалары артҡан һайын коллектор компаниялары ла күбәйә. Унда эшләүселәр, элекке совет киноларында күрһәтелеүсе уҫал апайҙарҙы – йәмәғәт автобусында билетһыҙ йөрөүселәрҙе эҙәрлекләүсе контролерҙарҙы хәтерләтә. Улар – бурыслыларҙы көнө-төнө шылтыратып һәм башҡа төрлө эҙәрлекләп йонсотоусылар. Телефон аша һөйләшкәндә бик уҫал ғына тойолған, яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгән һөнәр эйәләре. Дөрөҫөн генә әйткәндә, телефон аша ҡысҡырыныуҙан башҡа ҡулдарынан әллә ни эш килмәй, әммә нервы ҡаҡшатыу буйынса коллекторҙарға еткереүселәрҙе таба алмаҫһың.
Ниндәйһең һин, эй, бурыслы?
Аҡсаны ваҡытында ҡайтарып бирмәүсенең классик йөҙө: 20 – 30 йәшлек ир, ул юғары белемле һәм уртаса эш хаҡы ала. Бер айлыҡ эш хаҡына, мәҫәлән, яҡшы ғына кер йыуыу машинаһын һатып алырлыҡ килеме бар. 2010 йылға тиклем бурысын түләмәүселәр араһында 20 – 30 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар күберәк булған. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың күпселеге – бер үҙе бала ҡараусылар. Ә хәҙер инде бурыслыларҙың күпселеге – тап ир-ат, улар, башлыса, өйләнмәгән, балаһы булмағандар иҫәбенән.
Кредитын ваҡытында түләмәүселәрҙең 21 проценты – эш урынын юғалтыусылар. Был электән ҡалған сәбәп һәм, әйтергә кәрәк, аңлашыла торған сәбәп. Бурысының күләме менән риза булмауы арҡаһында йәндәре көйөп, уны ҡайтарып биреүҙән баш тартыусыларҙың да һаны бик күп. Улар 18 процент тәшкил итә. Ошо факт килешеүҙәрҙә бәләкәй шрифт ҡулланып, төрлө алдау юлдары менән халыҡтың башын бутаусы банкирҙарҙы уйландырырға тейештер.
Бурыслыларҙы өс төркөмгә бүләләр. Беренсе төркөм – бурысын онотоусылар, уларға бер тапҡыр шылтыратып әйттеңме – аҡсаларын тотоп, банкка табан елдерәсәктәр. Икенсе төркөм – көтмәгәндә матди проблемалары килеп сығыусылар. Уларҙы ла банкирҙар аңларға, ярҙам итергә тырыша, имеш. Ә өсөнсө төркөм – үҙен башҡаларҙан аҡыллыраҡ тип һанап, банктар бурыс тураһында онотор, тип хыялланыусылар. Былары – артабан эҙәрлекләүҙән тамам йонсоясаҡ меҫкен әҙәм заттар. Нимә генә тиһәң дә, банктар бер ваҡытта ла түләнмәгән кредитты онотмаясаҡ, ғәфү итмәйәсәк. Тора-бара хәлдәр ҡатмарлашып, эш торлаҡты, техниканы тартып алыуға тиклем барып етәсәк. Был хәлгә барып еткәнгә тиклем коллекторҙар бурыслыларҙы эҙәрлекләп, аҡылдан шаштырыр хәлгә еткерәсәк. Быға һис шикләнергә түгел. Сит илгә лә ҡасып булмай, ҙур бурысы булғандарға документтар йүнләүе лә ауырға төшәсәк.
Ҡыҙҙар, был ни хәл?
Нисек кенә көлкө тойолмаһын, беҙҙең халыҡ араһында банкирҙарҙы Ҡыш бабай менән бутаусылар ҙа табыла. Почта аша ебәрелгән кредит карталарын ҡулланып, аҡсаны түләргә кәрәклеге ике ятып бер төшөнә лә инмәгән меңләгән бурыслы теркәлгән.
Бурысын ҡайтарып бирмәүселәр менән эшләүселәр ҡыҙҙарҙың мөхәббәте ни тиклем ҡайнар һәм ҡиммәт булыуын күрһәтеүсе ваҡиғалар тураһында һөйләй: һуңғы ваҡытта һөйгәне өсөн кредит алған гүзәл заттар һаны артҡандан-арта. Тегеләре түләмәй ҡаса. Әйткәндәй, был Рәсәйгә генә ҡағылышлы күренеш, башҡа яҡтарҙа беҙҙең кеүек ихлас “башһыҙ”ҙарҙы эҙләп тә таба алмаҫһың. Сит ил егеттәренең Рәсәй ҡыҙҙарына өйләнергә тырышыуы юҡҡа түгел инде ул. Башҡа таныш-тоноштарына кредит алып биреп бәләгә тарыусылар ҙа һаман кәмемәй.
Сәйнәлгән балыҡ башы
Кредиттың ыңғай яҡтарын инҡар итеү маҡсаты юҡ. Ләкин хәҙер кредит алыу проблемаһына ломбардтар ҡушылып китеп бара. Экспресс-аҡса биреп тороусылар ҙа аҙым һайын. Эйе, айфоным бар ул, ләкин аҡсаһы түләнмәгән, хәтәр генә алтын алҡамды хәтерләйһеңдер – ул ломбардта. Көлгө килә, күҙ йәштәре аша. Кәңәштәр биреү файҙаһыҙ, ләкин ломбардтар, кредиттар, карталар, “экспресс”тар араһында мәңгелеккә бата күрмәйек инде.
Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһынан алынған мәғлүмәт
Башҡортостанда ипотека буйынса йыйылған бурыстар башҡа төрлө банк продукциялары буйынса тупланған бурыстарҙан күпкә кәмерәк. 2013 йылдың башынан ипотекаға һорау ныҡ артҡан. Тап ошо бурыстарын халыҡ тәртипле түләй, ҙур проблемалар кредит алыусылар үлгән йәки эшләй алмаҫлыҡ хәлгә еткән саҡта ғына килеп сыға. Былтыр Башҡортостанда бирелгән кредиттың суммаһы 50 процентҡа тиерлек артҡан. Ғөмүмән алғанда, республикабыҙ ипотекалар буйынса ла, башҡа кредит продукттары буйынса ла Волга буйы федераль округында икенсе урында тора. Ләкин шуныһы ҡыуандырмай – беҙҙә ипотека иң ҙур процент менән бирелә. Етмәһә, ипотека артабан аҙыраҡ проценттар менән бирелә башлаясаҡ, тип уйларға әллә ни нигеҙ юҡ, хаҡтар барыбер юғары ҡаласаҡ. Шуға ла әлегә беренсе иғәнәне күберәк индерергә тырышырға ғына ҡала.