«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Алмағстың бер төбө 400 һум тора



23.05.2014 Алмағстың бер төбө 400 һум тора

Әле Өфөлә, район үҙәктәрендә үр­сетмәләр һатыу йәрминкәһе бара. Баҡсасылар әйтеүенсә, ошо аҙна аҙағына тиклем булған тауарҙары һатылып бөтмәһә лә, аҙ ҡаласаҡ. Яҡшы һатыусылар үрсетмәләренең, бер-ике йыллыҡ ағас, ҡыуаҡтарының сорты, үҫтереү тәртибе тураһында ентекләп һөйләй, ә ҡайһылары (йәрминкәгә осраҡлы килеп эләккәндәр­ҙер инде) хаҡынан башҡа бер йүнле һүҙ ҙә әйтә алмай.

Алмағстың бер төбө 400 һум тораҮрсетмәләрҙе ҡарап, һатыусылары менән әңгәмә ҡороп, тикшереп, өй­рәнеп сыҡтым. Ағастарҙың япраҡ­һыҙҙарын, ныҡлы тамыр ебәргәндәрен, тамырҙары дымлы, тупраҡлы булғандарын һайларға кәрәк икән. Баҡсасылар әйтеүенсә, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтарҙың 2 – 3 йәшлектәрен алыу яҡшыраҡ. Әлбиттә, беҙҙең климатҡа тулыһынса яраҡлашҡандарын һайлау мотлаҡ. Экзотикаға ҡы­ҙығыу уңыш алырға теләүселәр өсөн түгел.
Баш ҡалалағы бер нисә йәрминкәлә булып, унда һатылған үрсетмәләр­ҙең яҡынса хаҡын билдәләнек. Улар бер-береһенән әллә ни айырылмай тиерлек. Хаҡтар сортына ҡарап ҡуйыла. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек баҙарына ла күҙ һалдыҡ. Әйткәндәй, ниһайәт, тауыҡ йомортҡаһының хаҡы төшкән.
Хаҡтар – һумда, емеш ағастары, үрсетмәләрҙең бер төбөнә, аҙыҡ-түлектең бер килоһына ҡарата бирелә.

Бер йәшлек
ҡара ҡарағат 150 – 160
ике йәшлеге 200
Крыжовник 200
Бер йәшлек
ҡурай еләге 50 – 60
Бер йәшлек алмағас,
төрлө сорттары бар 200 – 260
ике йәшлеге 400 – 430
Бер йәшлек армут 210 – 250
Борос үрсетмәһе 15 – 20
Кәбеҫтә үрсетмәһе 10 – 13
Ҡыяр үрсетмәһе 15 – 18
Помидор үрсетмәһе 20 – 25
Баҡса еләге
үрсетмәһе 60 – 80
ремонтант
сортлылары 80 – 100
Ҡыяр 55 – 75
Помидор 75 – 100
Кәбеҫтә 20 – 45
Һуған 25 – 40
Картуф 20 – 35
Кишер 35 – 45
Һыйыр ите 240 – 330
Һарыҡ ите 300 – 330
Тауыҡ ите 95 – 170
Күркә ите 160 – 220
Дөгө ярмаһы 38 – 50
Ҡарабойҙай ярмаһы 25 – 29
Макарон
изделиелары 23 – 35
10 дана йомортҡа 28 – 60
Ауыл эремсеге 100 – 120
Ауыл майы 320 – 360
Ҡаҙы 550 – 600
Бер буханка ябай
аҡ икмәк 21 – 23
Бер литр һөт 31 – 49

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға