16.05.2014 Урман ресурстары етерлек
Республиканың тәбиғәт ресурстарының күпселек өлөшөн урман тәшкил итә. Төҙөлөштә киң файҙаланылған ағас иң тәү сиратта төҙөлөш материалы булып хеҙмәт итә. Урмандарыбыҙ бөгөн ниндәй хәлдә? Законһыҙ ағас ҡырҡыусыларға ҡаршы ниндәй саралар күрелә? «Халыҡ әңгәмәһе» рубрикаһында БР урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы Нәбиуллин «Йәшлек» гәзите уҡыусыларынан килгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Ағас алыуҙа кемдәр өҫтөнлөк менән файҙалана?
Мин, өс бала атаһы Фаил Әлмөхәмәтов, төҙөлөш өсөн дүртенсе йыл ағас ала алмайым. Ғаризаны йыл һайын яңыртып тороу кәрәкме? Алдағы йылдарҙағы ғаризалар ҡаралмаймы икән? Бер тапҡыр ҙа ағас алғаным юҡ. Күп балалы ғаиләләргә бирелгән бушлай ергә өй төҙөү өсөн ағас бирелергә тейешме? Ағас бүлеүҙә кемдәр ҡатнаша?
Фаил ӘЛМӨХӘМӘТОВ.
Бөрйән районы,
Һарғая ауылы.
Ниңә тик ылыҫлы ағас ҡына бирелмәй?
Мин былтыр июлдә Белорет урмансылығынан 150 кубометр ағас алыуға ғариза яҙғайным. Быйылға лимит бөттө, тинеләр. Быйыл ҡабат ғариза яҙырға кәрәкме? Ҡасанға тиклем мөрәжәғәт итергә? Күп балалы ғаиләләр ағас алыуҙа өҫтөнлөктәр менән файҙалана аламы? Ниңә ағас алыусылар ылыҫлы ағасҡа ғариза яҙһа ла, уларға ҡатнаш ағастар ҡушып бирелә?
Зәлифә МАҒАЗОВА.
Межгорье ҡалаһы.
– Төҙөлөш өсөн ағас алыуға хоҡуғығыҙ бар икән, урындағы урмансылыҡҡа ғариза яҙығыҙ. Уны йыл һайын яңыртып тороу кәрәкмәй. Былтыр ағас ала алмаһағыҙ, быйыл урмансылыҡҡа һеҙҙең ғаризаны иҫәпкә алыу тураһында хәбәр итергә кәрәк. Ғаризалар йыл әйләнәһенә ҡабул ителә, ағас сират буйынса бирелә. Күп балалы ғаиләләргә льготалар юҡ. Ағас ылыҫлы хужалыҡ буйынса бирелә, ҡатнаш урмандарҙа 20 – 50 процент киң япраҡлы ағастар үҫә. Шуға ла һеҙгә, ҡарағайға ҡушып, уҫаҡ, ҡайын ағастарын да биреүҙәре мөмкин.
Йәшен атҡан, янған ағастарҙы ҡырҡырға яраймы?
Беҙҙең Бөрйән тауҙарында йәшен атҡан ҡарағастар күп. Уларҙың яртыһы һынған, янған. Шуларҙы ҡырҡырға яраймы икән? Әллә рөхсәт алырғамы? Урман янғындарында зыян күргән ағастарҙы ярты хаҡ түләп утынға алырға буламы?
Нажиә ЙОМАДИЛОВА.
– РФ Урман кодексының 30-сы статьяһында билдәләнгәнсә, граждандар ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләре, урман янғындары булған урман участкаларынан тәү сиратта ағас алырға хоҡуҡлы. Һеҙгә урмансылыҡҡа ғариза яҙып, улар менән һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөргә кәрәк. Килешеү буйынса түләү күләме БР Хөкүмәте билдәләгән ставкалар буйынса билдәләнә.
Баш ҡалала дача төҙөү өсөн ағасты ҡайҙан алырға?
Мин Өфөләге баҡса еремә йорт һалырға теләйем. Төҙөлөш өсөн ағас алырға ниндәй документтар кәрәк? Ағас алыуға хоҡуғым бармы?
Илнар СӘҒИТОВ.
Өфө ҡалаһы.
– Йорт һалыу, уны төҙөкләндереү, һарай, мунса, келәт төҙөү, уларҙы ремонтлау талап ителгәндә граждан ағас алыу өсөн БР Урман хужалығына йәки урмансылыҡҡа мөрәжәғәт итә ала. Унда ғариза яҙыусының исеме, фамилияһы, атаһының исеме, адресы, шәхеснамәһенең мәғлүмәттәре, ағас алырға теләүсе урмансылыҡ, ағастың күләме, сифат күрһәткестәре күрһәтелә. Ағас бүлеү тәртибе тураһында БР Урман хужалығы сайтында «Мәғлүмәт» бүлегендә танышырға мөмкин.
Беҙҙә завод эшкәртерлек күләмдә ағас бармы?
Мин «Кроношпан» заводы төҙөлөшөнә бөтөнләй ҡаршы. Беҙҙә барыбер был предприятиены йылдар дауамында тәьмин итерлек түбән сифатлы ағас юҡ… Яңы завод урманды ҡырҡып бөткәнсе генә эшләйәсәк ул…
З. СӘЙЕТОВ.
Әбйәлил районы.
– Башҡортостан тәбиғәт ресурстарына бай: «ҡара алтыны» нефть булһа, «йәшел алтыны» – урман. Республиканың дөйөм урман майҙаны 6,3 млн гектар, йәғни уның территорияһының 44,1 процентын урман тәшкил итә. БР Урман хужалығы ҡарамағындағы 5,7 млн гектар урмандағы ағас запасы – 765 млн кубометр. Йыл һайын әҙер урман 14, 63 млн кубометрға артып тора. Урман фондының дөйөм запасының 55 проценты – сифатын юғалта барған ҡартайған ағастар. Һуңғы йылдарҙа уларҙың күләме 32,8 миллион кубометрға артҡан. Айырыуса был күренеш Бөрйән, Белорет, Нуриман, Мәләүез, Асҡын, Ҡариҙел, Йылайыр, Ейәнсура, Ишембай райондарында күҙәтелә. Төҙөлөш материалы өсөн сифатын юғалтҡан, йәғни ҡороған, зарарланған, тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргән ағастар яңыртылырға тейеш. ДСП, OSB, МДФ етештереүсе завод төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн урман ресурстарының күләме етерлек – 200 саҡрым радиуста 1511,2 мең кубометр, 350 саҡрым радиуста 2058,5 мең кубометр тәшкил итә. Шуға ла, урман комплексының һөҙөмтәлелеген арттырабыҙ тиһәк, сифатһыҙ ағасты файҙаланып, продукция етештереүҙе, ағастарҙы ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү производствоһын яйға һалырға кәрәк. Күп урманды бөжәктәр ҙә зарарлай. 2010 – 2012 йылдарҙағы ҡоролоҡ, янғындар ҙа уларҙың экологик ныҡлығын көсһөҙләндерҙе. Миҫал өсөн: ағас ҡоротҡостары йыл һайын 20 мең гектар урманды зарарлай. Сирле, ҡартайған ағастарҙың урмандың санитар хәленә лә йоғонтоһо ҙур. Бындай ресурсты бөтөнләй юҡҡа сығармай файҙаланыу урман хужалығына тик файҙа ғына килтерәсәк.
Янғындарға әҙерлек нисек?
Янғындар миҙгеле башланды. Әҙерлек нисек?
Ә. МИНһажев.
Ишембай ҡалаһы.
– Урмандарҙы янғындан һаҡлау маҡсатында БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан йыл һайын урман янғындарын профилактикалау һәм иҫкәртеү буйынса саралар комплексы үткәрелә. Система, саралар булдырыу буйынса күп эштәр ҙә башҡарылды. Һәр урмансылыҡта ирекле янғын һүндереү дружиналары һәм янғын һүндереүсе мобиль төркөмдәр булдырылған.
Быйыл Иглин, Нуриман, Ҡариҙел урмансылыҡтары биләмәһендә янғын һүндереү юлдарын төҙөү күҙаллана.
Йүкә, ҡарағасты ҡырҡырға рөхсәт ителәме?
Халыҡҡа йүкә, ҡарағас кеүек ағастарҙы ҡырҡырға рөхсәт бирәһегеҙме? Ниндәй ағастарҙы ҡырҡырға ярамай?
В. МӘҮЛЕТҠОЛОВ.
– Ҡырҡырға рөхсәт ителмәгән ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың исемлеге РФ Урман хужалығы министрлығының 2011 йылдың 5 декабрендә раҫланған бойороғо менән билдәләнгән. Стационар умартасылыҡ баҡсаһы зонаһы тирәләй 3 саҡрым алыҫлыҡта булған йүкәне киҫеү рөхсәт ителә. Ҡарағас урмандарын ҡырҡыу бөтөнләй тыйыла.
Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларҙың һанын нисек кәметтегеҙ?
Башҡортостанда законһыҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары ике тапҡырға кәмегән. Бындай һөҙөмтәләр нимәгә бәйле, тип уйлайһығыҙ?
Зәбир ЙӘНҒӘЛИН.
Ишембай районы.
– БР Урман хужалығы министрлығының урман һәм янғын күҙәтеү хеҙмәткәрҙәренең контроль-күҙәтеү саралары һөҙөмтәһендә законһыҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары, ысынлап та, кәмене. Улар шәхси һәм юридик эшҡыуарҙарҙы даими тикшерә, урман фонды участкаларына патрулдәр үткәрә. Быйыл беренсе кварталда ғына 8 мең маршрут патрулдәре үткәрелгән, урман менән файҙаланыусыларға 15 тикшереү булған. Шулай уҡ беҙҙең министрлыҡ БР буйынса Эске эштәр министрлығы, Башҡортостан таможняһы, Федераль һалым хеҙмәте идаралығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, улар менән дүрт яҡлы килешеү төҙөлгән. Ошо документҡа ярашлы, БР буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тәүге кварталда «Лесовоз», «Урман», «Пилорама», «Шыршы» оператив-профилактик операциялары ойошторолдо. Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса 233 административ протокол төҙөлдө, 14 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Законһыҙ ағас ҡырҡыуҙан 1267,4 мең һум зыян килгән.
Йәнлектәрҙең зыяны бармы?
Урмандарға хайуандар зыян килтерәме?
A. ӘХТӘМОВ.
– Ҡырағай хайуандарҙың урман культураларын, питомниктарҙағы урман үҫентеләрен, йәш ағастарҙы тапауы урман хужалығына һиҙелерлек зыян килтерә. Ылыҫлы һәм киң япраҡлы ағастарҙың йәш үҫентеләре боландың туҡланыу рационының күпселеген тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, Әлшәй, Ауырғазы, Бөрө, Йылайыр, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Туймазы, Өфө райондарында 1 мең гектарҙа урман культуралары тәләфләнде. Федоровка райондарындағы питомниктарҙа урман үҫентеләренә боландар тейеп, етди зыян килтерелгәйне.
Осоу аппараттары файҙаланыламы?
Законһыҙ ағас ҡырҡыусыларҙы асыҡлау өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙалана башламанығыҙмы әле?
С. ҠЫУАНДЫҠОВА.
Нуриман районы.
– Хаҡтары ҡиммәт булғас, әле беҙҙең министрлыҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланмай. Шулай ҙа быйыл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығына, урман фондын патрулләү, урман янғындарын асыҡлау, янғын командаларын мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеүгә ярҙам булһын өсөн ZALA 421 пилотһыҙ осоу аппараты һорап, мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә тағы ла урман участкаларына мониторинг үткәреү, тикшереү, законһыҙ ағас ҡырҡыу осраҡтарын асыҡлау мөмкинлеге бирер ине.
Бөрйәндә видеокамералар ҡуйылғанмы?
Намыҫһыҙ ағас ҡырҡыусыларға ҡарата ниндәй саралар күрелә? Беҙҙә төндә ҙур-ҙур «КамАЗ»-дар ағас ташый. Бөрйәндәге диләнкәләргә видеокамералар ҡуйылғанмы икәнен белгем килә. Юҡтыр, моғайын…
Айрат ШӘҮӘЛИЕВ.
Бөрйән районы,
Иҫке Собханғол ауылы.
– Ағастың законһыҙ әйләнешен булдырмау маҡсатында урман инспекторҙары контроль- күҙәтеү саралары үткәрә. БР Урман хужалығының урман һәм янғын күҙәтеү хеҙмәтенә 31 территориаль бүлек инә.
Республиканың урман фондына видеокүҙәтеү системаһы индерелгән. Кәрәҙле операторҙар вышкаларына 17 әйләнеп тороусы видеокамера урынлаштырылған. Улар 30 саҡрым радиустағы киңлекте күҙәтеүгә һәләтле. Шундай камераларҙың береһе Бөрйән районының Байназар ауылы эргәһендә лә урынлаштырылған.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.