«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү программаһы



23.11.2010 Бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү программаһы

БР Финанс министрлығы коллегияһында республикала 2012 йылға тиклем бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү программаһы проекты ҡаралды.
Ул Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 2012 йылға тиклем осорға бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү федераль программаһына ярашлы әҙерләнде.
Әлбиттә, финанс ресурстарының сикләнгән булыуы шарттарында бюджет средстволары менән идара итеүгә етди ҡараш, сығымдарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү бурысы беренсе планға сыға. БР Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республика тупланма бюджетының һөҙөмтәһеҙ сығымдары өлөшө 5 процент самаһы тәшкил иткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға