«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Кейеҙ баҫыу – бәхет баҫыу



04.04.2014 Кейеҙ баҫыу – бәхет баҫыу

Өфөлә кейеҙ оҫталарының “Тамға” республика симпозиумы һәм “Урал батыр” эпосы персонаждары костюмдары” темаһына кейеҙ кос­тюмдар баҫыу конкурсы үтте. Сараны БР Мәҙә­ниәт министрлығы, Рес­­публика халыҡ ижа­ды үҙәге ойошторҙо, уларға БДПУ вәкилдәре ярҙам итте.
Симпозиумда Өфө, Бело­рет, Октябрьский, Сибай, Учалы, Күмертау, Нефте­кама, Благовещен, Стәр­летамаҡ ҡалаларынан һәм Шишмә, Ейәнсура, Иглин, Кушнаренко райондарынан 28 оҫта ҡатнашты. Барлығы 12 кейеҙ костюм баҫтырылды. Арта­бан әҙер кейемдәрҙә дефиле үткәрҙеләр. Теләүсе­ләргә ошонда уҡ һарыҡ йөнө менән нисек эш итеү, биҙәкләргә өйрәнеү мөмкинлеге тыуҙы.
Бәйге оҫталарҙың фекер алышыуы һәм сараға йомғаҡ яһауы менән тамамланды.

Л. ҺИҘИӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға