«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » 70 миллиард доллар капитал ситкә ”аға”



28.03.2014 70 миллиард доллар капитал ситкә ”аға”

70 миллиард доллар капитал ситкә ”аға”Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы, ғинуар-февралдә илдән “сығып киткән” таҙа капитал күләме 35 миллиард доллар булды, тип һанағайны. Ә беренсе квартал һөҙөмтәләре 65 – 70 миллиард долларҙы күрһәтеүе мөмкин. Бер ай эсендә иҫәптең шулай ҡапыл үҫеүенә ни сәбәпсе һуң? Бында Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы арҡаһында АҠШ-тың “Рәсәй” банкына, ҡайһы бер ватандаштарыбыҙға ҡарата индергән санкциялары ғәйепле булыуы ихтимал. Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач әйтеүенсә, санкциялар әлегә иҡтисади характерҙа түгел-түгеллеккә, әммә капиталды юғалтыуға ярайһы етди фактор булып тора.
Әйткәндәй, 2013 йылда ситкә 62,7 миллиард доллар капитал сыҡҡан. Ә быйылға Үҙәк банк вәкилдәре күҙаллауы буйынса, 20 миллиард доллар­ҙан да үтмәй ине. Алдан теүәл белеп булмай шул…

“РИА Новости” сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға