«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Ауыл хужалығы



29.12.2013 Ауыл хужалығы

Башҡортос­танда быйыл крәҫ­тиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереү буйынса эш айырыуса әүҙем барҙы. Был һүҙҙәрҙе иҫбат итеү өсөн эшен башлап ҡына тороу­сы фермерҙарға һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын төҙөүселәргә бирелгән гранттар хаҡында телгә алып үтергә була. 2013 йылда ауыл хужалығы ойошмаһын асырға ниәтләүсе 104 еңеүсегә грант тапшырылды. Атап әйткәндә, эш башлаусы фермерҙарға – 1,5 миллион һумға тиклем, ә инде ғаилә малсылыҡ фермаларын асыусыларға 10 миллион һумға тиклем ярҙам күрһәтелде. Грант алыусылар, башлыса, һөтсөлөк, һарыҡ аҫрау, ҡаҙ фермаларын булдырыу, картуф үҫтереү һәм умарта тотоу менән шөғөлләнергә ниәтләй.

2013 йылда “500 ферма” программаһы буйынса Башҡортостанда 51 һөтсөлөк-тауар фермаһы яңыртылды. Дөйөм алғанда, ошо программала ҡатнашыусылар фермаларҙы үҫтереүгә 3 миллиард һумдан ашыу аҡсаһын һалды.

Башҡортостан Республи­каһы Бахрейн батшалығына башҡорт балын һатыу тураһында килешеү төҙөнө.

2013 йыл дауамында Башҡортос­тандың шәхси хужалыҡтарынан артып ҡал­ған һөт 99 мең тоннанан ашып, һатыуға сығарылды.

Быйыл социаль әһәмиәтле аҙыҡтар араһында ҡиммәтлелеге буйынса тауыҡ йомортҡаһы рекорд ҡуйҙы. Уның хаҡы бер айҙа 8,1 процентҡа күтәрелде. Йыл дауамында йомортҡаның хаҡы 29,1 процентҡа артты.

Көн торошо әллә ни уңышлы булмауға ҡарамаҫтан, быйыл Баш­ҡортостан хужалыҡтарында 1 миллион тонна тирәһе картуф үҫтерелде.
респуб­ли­кала 2,2 миллион тоннанан ашыу иген бу­ра­ларға һалынды.

Быйыл һәр бер шартлы баш малды йыл ярым туҡландырырлыҡ аҙыҡ запасы әҙерләнде.

2013 йыл күҙлегенән беҙҙең кеҫәләргә ҡараш

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала минималь аҙыҡ-түлек наборы 2575,57 һум тәшкил итә. “Башҡортостанстат”тан алынған мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан аҙыҡ-түлек кәрзиненең хаҡы 7,2 процентҡа күтәрелгән. Әйткәндәй, белеп ҡуйығыҙ – был күрһәткесте эшкә һәләтле ир заты ҡулланырға тейеш норманан сығып билдәләйҙәр.
Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡ йыл башынан 5,1 процентҡа артты. Ә инде башҡа әйберҙәрҙең хаҡы – 3,4 процентҡа, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр­ҙеке 9,8 процентҡа күтәрелде.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса (cен­тябрь айының аҙағы), Башҡортостанда уртаса эш хаҡы күләме 21733,4 һум тәшкил итте.
Эшкә һәләтле кешеләр өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы – 6897 һум.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға