16.08.2013 Иң түбән эш хаҡы – 5500 һум
Рәсәйҙә 2014 йылдың беренсе ғинуарынан иң түбән эш хаҡы 5,5 мең һумға етәсәк. Әҙме был, күпме? Шундай күләмдәге хаҡты ниндәй эш өсөн түләйҙәр? Моғайын да, көн һайын һигеҙ сәғәт буйына (беҙҙә 8 сәғәтлек эш көнө) эшләрлек эш түгелдер?
Минималь хеҙмәт хаҡы башҡа илдәрҙә лә бар ул барлыҡҡа, әммә яңыраҡ ҡына иҡтисады иң шәп үҫеүсе илдәр рәтенә ингән Рәсәйҙеке кеүек түбән түгел. Күрһәткестәр тикшерелеп, сағыштырылып тора. 2013 йылдың беренсе ғинуарына иң юғары минималь эш хаҡы – Люксембургта. Ул айына 75 400 һумға тиң (уңайлылыҡ өсөн һумға әйләндерелде). Францияла – 57 540, Бөйөк Британияла – 50 860 , АҠШ-та – 40 155 һум. Испания, Греция кеүек көрсөк “баҫҡан” дәүләттәрҙә лә беҙҙекенән күберәк – 30 290 һәм 27 510-ар һум. Румынияла Рәсәй күрһәткесенә яҡыныраҡ сумма – 6 330 һум. Рәсәйҙә – 5 205 һум. Ә бына “ут күршеләребеҙ” Украина менән Белоруссияла хәлдәр шәптән түгел – иң әҙ хеҙмәт хаҡын биш мең һумдан да кәмерәк түләйҙәр. Исемлекте төҙөүселәр иң кәрәген – ниндәй эш өсөн шундай түләү икәнен генә асыҡламаған.
АиФ.ru сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.