12.07.2013 Илдең төп байлығы кешеләр ҙә ул…
Миҙалдың ике яғы була, тигәндәй, көндәлек матбуғатҡа күҙ баҡһаң, радио тыңлаһаң, телевизор ҡараһаң, бөтәһе лә ал да гөл һымаҡ. Етәкселәребеҙ матур-матур сығыштар яһай, тау-тау вәғәҙәләр бирә, депутаттарыбыҙ йылдар дауамында иҫәпһеҙ-һанһыҙ закон ҡабул итә, төрлө өҫтөнлөклө программалар тормошҡа ашырыла һымаҡ. Тик, икенсе яҡтан ҡараһаң, уларҙың кемгә арналғаны, йәғни хөкүмәтебеҙҙең сәйәсәте генә бер ҙә аңлашылып етмәй. Сөнки етлекмәгән закондар эшләмәй, вәғәҙәләр үтәлмәй, хаҡтар ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек арта, һөҙөмтәлә халыҡтың социаль-иҡтисади хәле хөртәйә, өҫтәүенә, коррупция, енәйәтселек, эшһеҙлек, эскелек кеүек кире күренештәр хөкөм һөрә.
Ике тиҫтә йыл буйы икһеҙ-сикһеҙ үҙгәртеп ҡороуҙар кәмәне ҡомға килтереп терәүҙән башҡа бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Ул реформа тип аталған үҙгәртеп ҡороуҙар башында һәр ваучерға икешәр «Волга» вәғәҙә иткән А. Чубайс торҙо. Һөҙөмтәлә, Б. Ельцин әйткәнсә, илебеҙҙә миллионлаған хосусилаштырыусы барлыҡҡа килмәне, ә тиҫтәләгән миллиардер хасил булды. Бөгөн халыҡ иҫәбенә сереп байығыусылар илдә − 200 кеше. Бушлай ил мөлкәтенә эйә булып халыҡ өҫтөнән көлөп йөрөүселәрҙең иң байы − А. Усманов (18 млрд доллар), М. Фридман (17 млрд доллар), В. Потанин (15 млрд доллар), М. Прохоров (14 млрд доллар) һ.б. Ғөмүмән, уларҙың байлығын бергә туплағанда илебеҙҙең йыллыҡ бюджетынан да үтеп китә түгелме? Хөкүмәтебеҙ уларға ҡарата бер ниндәй ҙә сара күрмәгәс, үҙҙәрен, Чубайстан башлап, геройҙарса тота. Прохоров хатта оялмайынса президент булырға маташты.
Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үткәрелгән өҫтөнлөклө милли проекттар, киреһенсә, тотороҡло, нығынған системаны ҡаҡшатты ғына, ә гөрләп торған ауыл хужалығы бөтөнләй тар-мар ителде. Ауыл хужалығы буйынса алға киткән Израиль, Голландия, Дания, Австралия кеүек илдәрҙә ерҙең 90 проценты дәүләт ҡарамағында, ул − дәүләт милке, ә беҙҙә һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә илдең 40 млн гектар баҫыуы юғалған, ә ҡый үләндәре, ағас үҫентеләре ҡаплаған баҫыулыҡтар, йәнәһе, сифатын юғалтҡан, тимәк, кәрәге ҡалмаған. Ҡасандыр тырышып-тырышып әрмәндәр эшләгән фермалар бөгөн бомбаға тотолған һуғыш объектын иҫкә төшөрөп тора.
Хосусилаштырыуҙың икенсе этабы тип нарыҡланған был хөкүмәт сараһында совхоз-колхоздарҙың мөлкәте күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡты. Һөҙөмтәлә иген икмәйбеҙ, малсылыҡ менән шөғөлләнмәйенсә генә Көнбайышҡа буйһонабыҙ. Эсендә нимә ятҡанын төшөнөп етмәһәк тә, аҙыҡ-түлекте сит телдәрҙә яҙылған магазиндарҙан алырға мәжбүрбеҙ.
Федераль дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, айына 4122 һумға тиклем килем алған − үтә фәҡир, 9400 һумға тиклем килем алғандар − былай ғына фәҡир, 9400 − 20000 һум алыусылар − ярлылар (ә ауылда 10000 һум эш хаҡы алыусылар ҙа үҙен ярлыға һанамаған була), 60000 һумға тиклем − уртаса етеш, 90000 һумға тиклем − етеш, унан да күберәк аҡса алыусылар − байҙар. Бына беҙҙең илдә халыҡ шулай сорттарға бүленә. Ил халҡының 11 процентының килеме йәшәү кимәленән дә кәм булһа, 40 процентҡа яҡынының пенсияһы 5000 һумға ла етмәй икән. Өҫтәүенә, йылына газға хаҡтарҙың 15 процентҡа, ә һуңғы 5 йылда 70 процентҡа артыуын, мәғлүм булыуынса, бензинға хаҡтарҙың аҙна һайын тигәндәй артыуын (бынан эшҡыуар тип аталған матур исем аҫтындағы алыпһатарҙарҙың оҫта файҙаланыуын) иҫләһәң, сәстәрең үрә тора.
Күптәрҙең «зәңгәр яғыулыҡ»тан баш тартып, утынға кире күсергә хыялланыуы ла бушҡа түгел бит. Тик урмандар ҙа арендаға бирелеп тә, һатылып та, бөтөп бара шул. Айына миллион һумлап эш хаҡы алған газ һәм нефть түрәләренә халыҡтың хәле бысағымамы ни тигәндәй, «Газпром», бағыусы булараҡ, «Зенит» футбол командаһына 100 млн долларға ике уйынсы һатып алып бирҙе. Бынан башҡа сит илдәрҙә лә бер нисә спорт командаһын хәстәрләүе билдәле. Әлеге лә баяғы ул аҡса түрәләр кеҫәһенән түгел, ә фәҡирҙәр, ярлылар елкәһенә төшә түгелме?
Үҙ халҡының ниндәй хәлдә көн күреүе менән ҡыҙыҡһынмаған өҫтәгеләр сит ил халҡын яҡыныраҡ күрә шикелле. Шулай булмаһа, Төньяҡ Кореяның беҙгә булған 11 млрд, Афған, Монголия, Ираҡтың 10-ар млрд доллар тирәһе, Ливияның 4,5 млрд, шулай уҡ Эфиопия, Вьетнам, Лаос, Алжир, Ҡырғыҙстандың бөтәһе 80 млрд доллар тирәһе бурысын ғәмәлдән сығарып, юйып ташламаҫтар ине. Украинаға ла ташламалар яһап, Белоруссияның бирәсәген 72 млрд һумға еткермәҫтәр ине. Ә үҙебеҙҙә 1991 йылда хөкүмәт тартып алған (биреп торған түгел) халыҡтың Һаҡлыҡ банкыһына һалған тинләп йыйған вкладтарын кире ҡайтарыуҙы иҫкә алыусы ла юҡ, үлеп бөтөүҙәрен көтәләр булһа кәрәк. Шулай уҡ һуғыш балалары тураһында ҡасандан ҡоро һүҙ бара, ә аныҡ ҡарар ҡабул итеүсе юҡ. Шулай ҙа беҙҙең етәкселәрҙе, бөтөнләй үҙ халҡын ҡайғыртмай, тип әйтеп булмай. Юғиһә Сочиҙа үтәсәк Олимпиадала сит илдәр халҡы алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн артҡан хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап тороуҙы уйламаҫтар ине.
Әйткәндәй, совет осоронда булдырылған бөтә нәмәләр ҙә иҫкерә, туҙа, ҡулланыу ваҡыты сыға. Һөҙөмтәлә самолеттар ҡолай, йөҙгөстәр бата, авариялар, һәләкәттәр, фажиғәләр ҡотто ала. Коррупция, коррупция тип лаф ора торғас, уны ла көндән-көн үрсетәбеҙ генә. Мәҫәлән, 2012 йылда коррупция енәйәте 21 млрд һум тәшкил иткәне мәғлүм. Бер аҡыллы баш әйтмешләй, коррупция ҡайҙа − унда демократия самалы, ә бюрократия өҫтөнлөк ала − шунда ул үҫә лә инде. Ә беҙҙә иһә ысынында демократия әлегә ҡағыҙҙа ла телдә генә булһа кәрәк. Уның самаһын һайлауҙар асыҡ күрһәтә, сөнки етәкселәргә ышанысын да, өмөтөн дә юғалтҡан халыҡ һайлауҙарға бармай, төңөлгән, ә тейешле һандарҙы ғүмерлеккә тиерлек билдәләп (һайланып түгел) ҡуйылған «үҙ кешеләр» эшләй.
Һөйләһәң һүҙ, тигәндәй, «Росстат» мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙ халҡының өстән бер өлөшө ришүәт бирә. Бында, төрлө кимәлдәге чиновниктарҙан тыш, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәләренең өҫтә тороуы бигерәк тә һағайта. Ябай халыҡ, майламаһаң, булмайҙыр, ти ҙә аҡса эҙләргә мәжбүр. Миңә Өфөнөң өс дауаханаһында ятырға тура килгәйне. Шуларҙың 15 йыл элек дауаланған 21-се дауахана коллективы тураһында ғына яҡшы хәтирәләр һаҡлана. Үҙенән-үҙе, әллә табиптар, бигерәк тә хирургтары, тоғролоҡҡа Гиппократ анты бирмәйҙәрме икән, тигән һорау тыуа. Рәсәйҙең һаулыҡ кимәле рейтингы буйынса 145 ил араһында 97-се урында тороуы ла кемде ҡәнәғәтләндерә икән?
Бик күп аҡса түгеп, милицияны полицияға әйләндереү ҙә бер нәмә лә бирмәү түгел, киреһенсә, шул уҡ кире күренештәрҙе арттырҙы ғына. Минеңсә, «зәңгәр экран» көнө-төнө енәйәтселектең, үлтерештең яңы алымдарын пропагандалай, ә ундай сериалдарҙа, ғәҙәттә, мафия, бандаларҙы ниндәй ҙә булһа ҙур чинлы хоҡуҡ һаҡлау вәкиле ҡурсалап торғаны тейешле органдарға һығымта яһарға нигеҙ түгелме ни?
Үҙҙәрен генә ҡайғыртырға күнеккән беҙҙең өҫтәге чиновниктарҙың «асыштары», һанай китһәң, иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Әле генә «алтын парашют» уйлап сығарып, «Ростелеком» етәксеһе Проваторовҡа 280 млн һум аҡса тоттороп, эшенән оҙаттылар.
Исемлек буйынса һайланған Дәүләт Думаһы депутаттарының бәғзеләренә һайлаусылары бөтөнләй кәрәкмәй, сөнки улар миллион һумлап алынған килемдәрен һанауҙан бушамай. Әйтәйек, бер йылда миллиард һумдан ашыу килем алған Н. Борцов, Г. Аникеев кеүек депутаттарға аҡсанан башҡа нимә кәрәкһен? Ярты миллиард һумға яҡын килеме менән беренсе вице-премьер И. Шуваловҡа һ.б. шундай чиновниктарға тыныс ҡына эшләү мөмкинлеге лә юҡтыр, моғайын. Юғары кимәлдәге түрәләрҙең аҡса «һуғыусы» ҡатындары ла һағайта.
Беҙҙең ил былай ҙа миллион-миллиардлаған һум урлаған жулик, бурҙар иленә әйләнеп бара. Ә ни өсөн йылғыр әҙәмдәргә ҡарата ҡаты саралар күрелмәй икән һуң?
Күп өлкәләр буйынса Рәсәй йөҙҙөң аръяғындағы урындарҙы биләһә, тәмәкеселәр һәм эскеселәр һаны буйынса донъяла берәүгә лә ал бирмәй. Сифатһыҙ (суррогат) иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу буйынса, әйтәйек, Чехияла бер айҙа 25 кеше донъя менән хушлашҡас, чехтар ундай араҡыны һатыуҙы тыйҙы. Ә беҙҙә − юҡ. Ни тиһәң дә, аңы томаланғандар менән идара итеүе еңелерәктер, моғайын.
Ике тиҫтә йылға яҡын маташҡандан һуң, Рәсәй ҙә, 156-сы булып, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инде. Тик, белгестәрҙең фаразлауынса, бының да халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүе икеле.
Тормош, бер ҡараһаң, яҡшы һымаҡ, ғәмәлдә иһә осон-осҡа ялғап көн күреүселәр өсөн улай түгел шул.
Етәкселек үҙ халҡына йөҙө менән боролмайынса, киләсәгебеҙ юҡ.
Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) белгестәре биргән, хөкүмәт яҡын көндәрҙә хәлде яҡшырта алырмы, тигән һорауға 35 процентҡа яҡын кеше, юҡ, тип яуап биргән. Рәсәйҙең бөгөнгө аяныслы хәле, социаль сәйәсәттең киҫкенләшеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмайҙыр. Уйлаһаң, уйылып китерлек. Ниндәй дәүергә килеп терәлдек һуң, тигән фекергә килтерә.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.