«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Дания Короллеге лә юғары баһаланы



28.06.2013 Дания Короллеге лә юғары баһаланы

Энергия ресурстарын һаҡсыл һәм һөҙөмтәле файҙаланыу бөгөн көнүҙәк иҡтисади-социаль бурыс булып тора. Был йүнәлештә инновацион технологияларҙы файҙаланыуға айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелә.

Дания Короллеге лә юғары баһаланы«Башуралтехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге ил күләмендә маҡсатлы программа булараҡ билдәләнгән әлеге бурысты тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Фирма предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, торлаҡ йорттарҙа йылылыҡ энергияһын иҫәпләү, йылылыҡ системаһын автоматлаштырыу йыһаздарын урынлаштыра. Ә өс йыл элек төбәктә яңылыҡ булған проектты ғәмәлгә ашырҙылар: энергия ресурстарын ҡулланыу параметрҙарын иҫәпләү буйынса мәғлүмәттәрҙе тапшырыу комплексын эшкә ҡуштылар. Әйткәндәй, компанияның ойошторолоуына һанаулы ғына йылдар үтһә лә, тормошҡа ашырылған дөйөм әһәмиәткә эйә проекттарҙың һаны буйынса ул энергияны һаҡлау өлкәһендә эшләүсе предприятиелар араһында алдынғы урынды алып тора. Бөгөн «Башуралтехсервис»тың комплекслы хеҙмәтләндереүендә республиканың төрлө ҡалаларында энергия ресурстарынан файҙа­ла­ныу­сы 900-гә яҡын объект иҫәпләнә. «Башуралтехсервис» эш комплексын бер нисә этапта башҡара. Тәү сиратта иҫәпләү узелдары һәм объекттың йылылыҡ тапшырыу параметр­ҙарын көйләү ҡорамалдары урынлаштырыла. Унан һуң улар эшкә ҡушыла һәм дөрөҫ эксплуатациялау хәстәрлеге күрелә. Өсөнсө этапта инде ҡулла­ныл­ған йылылыҡ энергияһын иҫәпләү һәм ҡорамалдарҙың эшмәкәрлеге анализлана, йәғни эштәрҙең тулы комплексы ғәмәлгә ашырыла. Бының өсөн фирмала заманса техник һәм технологик мөмкинлектәр бар. Бында юғары һөнәри әҙерлекле һәм тәжрибәле белгестәр эшләй.
Фирма эшмәкәрлегендә объект­тар­ҙа энергия ресурстарын (йылылыҡ, һыу, электр, газ) ҡулланыуҙы иҫәпләү һәм анализлау өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Был маҡсатта бында энергия ресурстары пара­метр­ҙарын көйләүҙе иҫәпләү информацион системаһы (ИСУРПЭ) эшләнгән. Система мәғлүмәттәрҙе туплау терминалынан (ТСД) һәм программалы тәьмин итеү (ПО) йыһаздарынан тора. Объекттағы ТСД-ла тупланған мәғлүмәт туранан-тура компанияның үҙәк серверына тапшырыла. Был, иң беренсе сиратта, энергия ресурстарын ҡулланыу­сыларға, шулай уҡ ресурс менән тәьмин итеүселәргә, идарасы һәм эксплуатациялаусы компанияларға, контролләүсе һәм күҙәтеүсе органдарға тулы һәм теүәл мәғлүмәт алыу йәһәтенән ҙур уңайлыҡ тыуҙыра. Иң мөһиме, ИСУРПЭ энергия ҡулланыу­сыларҙың тарҡаулығын берҙәм мәғлүмәт диспетчерлыҡ структураһына берләштерә. Эште шул тәртиптә ойоштороу теге йәки был объекттың инженерлыҡ селтәрҙәрендә реаль ваҡытта эш мониторингын алып барырға, килеп тыуған хәл-шарттар­ға оператив сиселеш табырға, энергиянан файҙаланыусыларҙың тү­ләүҙәре буйынса ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡ йәки бәхәстәргә аныҡлыҡ индереү мөмкинлеге бирә.
− ИСУРПЭ системаһы республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре тарафынан иҡтисади яҡтан юғары баһа алды. Уның ҡулланыш даирәһе киңәйгәндән-киңәйә, заманса энергосервис хеҙмәте булараҡ, был системаның киләсәге ҙур, ҡулланыу спектрының киң булыуына ышанам, − ти «Башуралтехсервис» йәмғиәтенең генераль директоры Руслан Хәй­ретдинов.
Фирма коллективы үҙҙәренең бөгөнгө уңыштарын хаҡлы рәүештә Руслан Әсхәт улының киң эрудициялы, техник һәм инновацион яңылыҡтарға ынтылышлы заман етәксеһе булыуы менән бәйләй. Йәш етәксенең ошо сифаттары «Башуралтехсер­вис»тың йөҙөн һәм дәрәжәһен билдәләй ҙә инде. Уларҙың хеҙмәтенән файҙаланыусылар иҫәбендә, торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағы предприятиелары менән бер рәттән, «Каустик», «Полиэф» кеүек сәнәғәт гиганттары, БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм тиҫтәләрсә социаль-мәҙәни учреждениеның булыуы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Компания профилле күргәҙмә­ләр­ҙә күп тапҡыр диплом һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. «Баш­уралтехсервис»тың энергия һаҡсыллығы өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән фиҙакәрлеге Дания Короллеге илселегенең миҙалына лайыҡ булған. Был ̶ халыҡ-ара кимәлдә танылыу тигән һүҙ.

Предприятиеның адресы:
450022, РБ, г. Уфа, ул. Менделеева, 23/2.
Тел./ факс: /347/292-41-49,
246-05-95.
Е-mаil: ВаsһUТS@ list.ru







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға