17.05.2013 Илһөйәр тауар етештереүселәр арта
Республикала урындағы тауар етештереүселәрҙе дәртләндереү һәм уларға булышлыҡ итеү өсөн күп эш башҡарыла. Әлбиттә, үҙебеҙҙең тауарҙы таратыуға ла иғтибар бирелә. Республика етәкселеге тарафынан “Үҙеңдекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!” тигән саҡырыу ҙа иғлан ителгәйне.
Йәнә бер яңылыҡ – “Башҡортостан продукты” (“Продукт Башкортостана”) билдәһе. Уны булдырыу идеяһын БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тәҡдим иткәйне. Бындай сара республика тауар етештереүселәре продукцияһының урындағы баҙарҙа киң файҙаланылыуына йүнәлтелгән. Бөгөн 31 предприятие үҙ продукцияһын ошо билдә аҫтында һатыу хоҡуғына эйә. Уларҙың күбеһе һөт, икмәк-булка продукцияһы, ит һәм кондитер изделиелары, эсәр һыу етештереүҙә махсуслашҡан.
Әле “Башҡортостан продукты” билдәһен алыуға БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына төбәктең тауар етештереүселәренән йәмғеһе 46 заявка ҡабул ителгән. Был эш дауам итә.
Дөйөм алғанда, “Башҡортостан продукты” билдәһе аҫтында 700 төр продукция һатыла башлаясаҡ.