«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Өс миллиард һумлыҡ облигациялар сығарыласаҡ



17.05.2013 Өс миллиард һумлыҡ облигациялар сығарыласаҡ

Башҡортостандың кредит рейтингын “ВВВ-“ кимәленә (“Тотороҡло” прогноз) тиклем күтәреү донъя баҙарында республикабыҙҙың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуы тураһында һөйләй. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән осрашыуҙа финанс министры Рузалия Хисмәтуллина белдерҙе.
Быйыл яҙ башында ғына республиканың кредит рейтингын “Standard & Poor's” халыҡ-ара рейтинг агентлығы “Тотороҡло” прогнозынаса күтәргәйне. Бында эксперттар төбәктең кредит мөмкинлеген, бурыстың түбән кимәлен, сығымдарға бәйле сәйәсәттең уйлап эшләнгәнлеген иҫәпкә алған.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин билдәләүенсә лә, яңы баҫҡысҡа күтәрелеү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был ҙур аҙым. Тәү сиратта, инвес­торҙарҙың беҙҙең республикаға ышанысын күрһәтә.
Шул уҡ ваҡытта бурыстар йәһәтенән дә төбәгебеҙ яйлы сәйәсәт алып бара. Беҙҙең бюджет торошо бындай сәйәсәт алып барыу мөмкинлеге бирә. Бюджет дефицитын яҡынса өс миллиард һум күләмендә кредиттар йәлеп итеү иҫәбенә, шулай уҡ облигациялар сығарыу ярҙамында ҡаплау күҙаллана. Облигация­ларҙың срогы – өс йылдан биш йылғаса. Әлегә был һорау тикшереү стадияһында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға