«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » һалым күләме кәмейәсәк



30.10.2010 һалым күләме кәмейәсәк

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһы башлығы Сергей Борисов менән осрашыу барышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һалым көсөргәнешен кәметеү тураһында килешеү төҙөлдө.
Рәсәй законы килемдән һалым ставкаһын ябайлаштырылған һалым системаһы буйынса 15 проценттан 5 процентҡа тиклем кәметеү мөмкинлеген бирә. Һалым күләмен кәметеү тураһындағы ҡарар сығарыу төбәк парламенты юрисдикцияһы яуаплылығында ҡала. Әле Рәсәйҙә фискаль көсөргәнеште кәметеү форсаты менән 66 субъ­ект файҙаланып ҡалған.
Сергей Борисовтың һүҙҙәренсә, һалымды өс тапҡырға кәметеү Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур мөмкинлек бирәсәк.

Эшҡыуарҙарға – финанс ярҙамы

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һәм инфраструктура ойошмаларынан бизнесты аяҡҡа баҫтырыуҙың башланғыс осоронда субсидиялауға һәм лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялауға ҡағылышлы финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул итеүҙе яңыртты.
Эшмәкәрлеге 2007 йылдың 24 июлендәге «Рәсәй Федера­цияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында» Федераль закон һәм 2010 йылға Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса республика программаһы менән билдәләнгән талаптарға һәм шарттарға тап килгән субъекттар финанс ярҙамы алыуға дәғүә итә ала. Финанс ярҙамы (субсидиялаштырыу) иҡтисади эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө төрҙәрен үҫтереүгә бирелә.
Финанс ярҙамы күрһәтеү тәртибе, талаптары һәм шарттары тураһында ентекле мәғлүмәт дәүләт комитетының рәсми сайтында урынлаштырылған.
Документтар БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам фондында ҡабул ителә.

«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға