12.04.2013 Аҡсамы, әллә сертификатмы?
Пенсия фонды “әсәлек капиталы”н аҡсалата бирергә тәҡдим итә
Рәсәй Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов “әсәлек (ғаилә) капиталы”н, өлөшләп булһа ла, аҡсалата бирергә тәҡдим итте. Хәтерегеҙҙә булһа, бөгөн был аҡсаны өс маҡсатҡа йүнәлтергә мөмкин: торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаға белем биреүгә һәм әсәнең буласаҡ пенсияһына.
“Билдәләнгән маҡсаттарға йүнәлтә алмаған йә теләмәгәндәргә “әсәлек капиталы” аҡсаһын бер нисә йыл дауамында түләргә кәрәк”, – ти А. Дроздов. Чиновник фекеренсә, был аҙым ошо өлкәлә ришүәтселекте кәметәсәк. Үкенескә күрә, ҡайһы берҙәр сертификаттарын законһыҙ юл менән дә файҙалана. Ундай осраҡтар Башҡортостанда ла күҙәтелә. Эксперттар иһә был тәҡдим менән килешмәй. “Әсәлек капиталы”н аҡсалата алыу төп программаның идеяһын инҡар итә, ти улар.
“Әсәлек капиталы” Рәсәйҙә тыуымды арттырыуға булышлыҡ итеү өсөн барлыҡҡа килтерелгәйне һәм уның аҡсаһы тик маҡсатлы тотонолдо. Башҡаса әйткәндә, ул ғаиләнең ҙур сығымдарын финанслау өсөн тәғәйенләнгән. “Әсәлек капиталы” быйыл 409 мең һум тәшкил итә, әммә сертификат балаға өс йәш тулғас ҡына тапшырыла. Ҡайһы бер осраҡта ул ата-әсәгә иртәрәк бирелә.
Билдәле булыуынса, 2007 йылдың 1 ғинуарынан икенсе балалары (әгәр ҙә икенсеһе донъяға килгәс, уға “әсәлек капиталы” тәғәйенләнмәһә, өсөнсө һәм артабанғы) тыуған ғаиләләрҙең был капиталға хоҡуғы бар. Әлеге закондарға ярашлы, “әсәлек капиталы” системаһы 2016 йылға тиклем эшләйәсәк. Хәҙер уның урынына нимә булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр бара.
“Әсәлек капиталы” илдең финанс климатын яҡшырта. Мәҫәлән, ипотекаға йүнәлтелгән сертификат – торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен, белем алыуға йүнәлтелгәне – мәғарифты, пенсияға төбәлгәне илдең пенсия-страховкалау тармағы үҫешенә булышлыҡ итә. “Әсәлек капиталы”, исеменән үк күренеп тороуынса, ул оҙон аҡса, капитал. Йәғни ул елгә осоролмай, ә әйләнешкә индерелә.
“Әгәр ҙә “әсәлек капиталы” көндәлек кәрәк-яраҡҡа китһә, ул үҙ асылын юғалта. Ғаиләгә аҡса етмәһә, башҡа механизмдар – субсидия, дотация эшләргә тейеш. Бер инструментты икенсеһенә алмаштырыу – иҡтисади хата”, – тип раҫлай эксперттар.
Бер кемгә лә сер түгел, “әсәлек капиталы”н алыусыларҙың күп өлөшөн ауыр хәлле ғаиләләр тәшкил итә. Ата-әсә “әсәлек капиталы”н эсеп бөтмәҫ, тип берәү ҙә гарантия бирә алмай.
Г. БИКМӘТОВА.