«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » 38 миллион кеше – проблема



05.04.2013 38 миллион кеше – проблема

38 миллион кеше – проблема
Рәсәйҙә, дөйөм алғанда, 86 миллион кеше хеҙмәткә яраҡлы йәштә. РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец белдереүенсә, шуларҙың 38 миллионының ҡайҙа эшләгәне күренмәй.
“Был кешеләр йәмғиәткә проблема тыуҙыра, − тигән Голодец ханым. – Бына 48 миллион кешенең ҡайҙа эшләгәне, ни менән шөғөлләнгәне беҙгә билдәле, ә ҡалғандар ҡайҙалыр, аңлашылмай”.
Бәлки, “түрәбикә”гә аңлатырғалыр. Был 38 миллион кеше йә эшләмәй, йә эреле-ваҡлы намыҫһыҙ шәхси ойошмаларҙа ҡол рәүешендә файҙаланыла. Йәғни кеше ысынбарлыҡта эшләй, ә хеҙмәт кенәгәһендә ҡайҙа эшләгәне яҙылмай. Шулай байый ҙа инде ҡайһы бер бизнесмендар – уға эшләүселәр бар, ә эшсе документы буйынса эшһеҙ һанала. Власҡа ошо “махинатор”ҙарҙы туҡтатырға ваҡыт. Кеше проблема тыуҙыра, тигәнсе.
Ридус сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға