22.02.2013 88 меңдән ашыу – ялған купюра
Рәсәй Үҙәк банкыһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуар башына әйләнештә төрлө номиналдағы 6,5 миллиард банкнота йөрөгән. Иҫәпләп сығарыуҙарынса, шуларҙың 88 меңе – ялған. Ундай аҡсаның күбеһе – мең һумлыҡтар (60,3 проценты). Йәнә лә 5000 һумлыҡты эшләргә ярата ялған аҡса “баҫыусылар”. Былтыр ялған аҡсаның иң күбе Үҙәк федераль округта табылған. Төньяҡ-көнбайыш һәм Волга буйы округтары ла “һынатмай”. Ә бына Төньяҡ Кавказда ни бары 960 ялған купюра асыҡланған.
Халыҡ аҡсаның ысынын-ялғанын бик тикшереп тә бармай. 2011 йылда кешеләрҙең 60 проценттан ашыуы тикшерһә, былтыр был күрһәткес 49,5 процент ҡына булған. Әллә моңһоҙға әйләнеп барабыҙ инде?
“Известия” гәзитен файҙаланып, Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.