18.01.2013 Рәсәйҙең 30 процент халҡының аҡса запасы бар
Рәсәй халҡын үҙенең төрлө исемлектәре, рейтингылары һәм һорашыуҙары менән аптырата биреп торған Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк был юлы “көшөлөк”тәрҙе түгел, ә халыҡтың “ҡара көн”гә йыйған аҡсаһы бармы-юҡмы икәнен тикшерергә маташҡан. Был “эш”тә 46 төбәктән, 138 торама пункттан 1600 кеше ҡатнашҡан.
Халыҡтың яртыһынан әҙ генә ашыуы күсемһеҙ милек һатып алыуҙы яҡшы аҡса һалыу тип уйлай. Кемдер берәү аҫылташтар рәүешендә запас булыуы яҡшы тип иҫәпләй. Бындайҙар – 24 процент. Халыҡтың 29 проценты аҡсаһын һаҡлыҡ банкыһына һалыуҙы хуп күрә.
Рәсәйҙәрҙең 30 процентының аҡса запасы барлығын ике йыл элек тә ошо үҙәк һанап сығарғайны. Был күрһәткес һаман шул көйө тора. Өлкәндәрҙең – 35, юғары белемлеләрҙең – 36, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәүселәрҙең 47 проценты әҙме-күпме аҡсаһын йыйып һалып ҡуйған. Ә аҡса йыймаған респонденттарҙың 77 проценты ауылда көн күрә.
ВҒМ.ru сайты материалдары буйынса Айсын АҡБУЛАТОВА
әҙерләне.