16.10.2010 «Химпром» ябылды, әммә диоксиндар ҡалды
Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Өфөләге фенол катастрофаһынан һуң (ул саҡта фенол эсәр һыуға рөхсәт ителгән концентрациянан күп тапҡырға күберәк эләккәйне) «йәшелдәр» саң ҡаға башланы. Экологик һәләкәт сәбәпсеһе булған «Химпром» заводында, фенолдан тыш, бик күп диоксин да тупланыуы асыҡланды. Диоксиндар – абсолют ағыу, ул тере организмда тарҡалмай, ә уны үлтереп, йыйыла бара. Өфө предприятиеһында, айырыуса 2,4Д гербициды етештерелгән 19-сы цех территорияһы эргәһендә тупланған диоксиндарҙың күләме Италияның ҙур экологик һәләкәт зонаһы тип иғлан ителгән Севезо ҡалаһындағы диоксиндар күләме менән сағыштырырлыҡ.
Йәмәғәтселек баҫымы аҫтында завод әкренләп үҙ эшмәкәрлеген кәметә башланы, ә 2000 йылдар башында БР Хөкүмәте ҡарары менән тулыһынса ябылды. 2008 йылда предприятие территорияһын санациялау башланды.
12 – 14 октябрҙә Өфөлә үткән Экологик форумда «Башҡортостан Республикаһының йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Фаиз Хизбуллин «Химпром» биләмәһен диоксиндар һәм башҡа ағыулаусы матдәләр булыуға тикшереү һөҙөмтәләләре тураһында һөйләне. Завод территорияһындағы 10 скважинанан алынған тупраҡты тикшереү уның өҫтөндә диоксин элеккесә ҙур күләмдә булыуын күрһәтте – бер килограмға 10 мең нанограмға тиклем. Рәсәйҙә диоксиндар буйынса нормативтар эшләнмәгән. АҡШ-та бер килограмға 100 нанограмға тиклем рөхсәт ителә. Шулай итеп, тупраҡҡа анализдар, «Химпром»ды ябыуға ҡарамаҫтан, Өфөлә диоксиндар мәсьәләһе аҙағынаса хәл ителмәүен күрһәтте.
Был хәлдә ҡала өсөн иң хәүефлеһе – завод районында ер аҫты һыуҙары бик тәрәндә ятмай, ер өҫтөнән 1 – 3 метр тәрәнлектә генә. Тимәк, уларға диоксин эләгеү һәм уның завод биләмәһенән артабан таралыу ҡурҡынысы ҡала.