«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Дәүләт милкен һатыуҙан – 20,6 миллион һум



19.10.2012 Дәүләт милкен һатыуҙан – 20,6 миллион һум

Йыл башынан республика бюджеты дәүләт милкен һатыу­ҙан 20,6 миллион һумға тулыланған.
Әле 243 дәүләт унитар предприятиеһы Башҡор­тостан милке һанала. Ошоға 100 пакет йәмғиәт акцияларын да өҫтәргә кәрәк. Шул 100-ҙөң 91-е акционерҙар йәмғиәте булһа, ҡалғандары – яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәттәр.
Дәүләт милкен хосусилаштырыуға бәйле ултырышта Президент Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, бөгөн килемдең төп өлөшөн 10 предприятие һәм дүрт йәмғиәт кенә формалаштыра. Ни өсөн килем базаһы түбән һуң? Беҙгә хосусилаштырыу сараларының һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса аныҡ тәҡдимдәр талап ителә.
Быйыл, күҙаллауҙарға ярашлы, дүрт дәүләт унитар предприятиеһы, һигеҙ күсемһеҙ милек хосусилаштырылырға тейеш. Былтыр хосусилаштырылмай ҡалған предприятиелар ҙа бар.
БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин әйтеүенсә, әле “Дауалау һәм реабилитация үҙәге” дәүләт унитар предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелгән, ”Яңауыл ҡала типографияһы” менән ”Башҡорт уҡыу коллекторы” ла хосусилаштырыуҙың һуңғы стадияһында. Тағы ла бер акционерҙар йәмғиәтенең акциялар пакетын һатыу буйынса аукцион иғлан ителгән.
Министр “Салауатнеф­те­химпроект”, ”Подземнеф­те­продукт” (был зыянға эшләүсе предприятие) йәм­ғиәттәренең дә акциялар пакетын, йәнә лә 22 объектты хосусилаштырырға тәҡдим итә. Мәҫәлән, ведомствоға, “Са­лауатнефте­химпроект”тың акцияларын алырға теләк белдереп, “Газпромнеф­те­хим Салауат” йәмғиәте мөрәжәғәт иткән.
Әйткәндәй, яҡынса баһалауҙар буйынса, 2012 йылға хосусилаштырыу планына индерелгән дәүләт милкен һатыу­ҙан республика бюджеты 320 миллион һумға “ҡалынаясаҡ”.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға