«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Һәр мохтажға – 100 мең һум



05.10.2012 Һәр мохтажға – 100 мең һум

РФ Дәүләт Думаһында әҙ тәьмин ителгәндәргә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан яңы ысул тураһында закон проекты ҡабул ителгән.
Аҡсаһыҙлыҡтан йонсоған, йә ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандар дәүләт менән контракт төҙөй ҙә, 30 мең һумдан 100 мең һумғаса аҡса ала аласаҡ.
Закон сығарыусылар фекеренсә, бындай социаль контракттар кешегә ниндәй­ҙер кимәлдә “яңы тормош”ҡа старт бу­лыр­ға тейеш, йәғни кеше дәүләт елкәһендә генә ятмай, артабан эшләргә тейеш..
Кемдәр дәғүә итә аласаҡ һуң был суммаға? Мәҫәлән, яңы ғына эшһеҙ ҡалған кеше йә дауаханаға эләгеүсе, бәлки, эшһеҙлек хөкөм һөргән ауыл кешеһелер? Был исемлеккә күп балалыларҙы ла индер­һәк... Һәр хәлдә, әгәр закон ҡабул ителә ҡалһа, килешеү төҙөргә теләүселәр ҡырҡ иләктән үткәреләсәк әле. Сумманы төбәк властары теүәл билдәләй.
Әйтегеҙ әле шуны: дәүләткә ярлы-ябағаға 100-әр мең һумлап аҡса түләүе анһатыраҡмы, әллә яңы эш урындары булдырыумы? Халыҡты аҡса менән алдаштырғансы, ҡармаҡ тотторһалар, “балыҡ”ты үҙҙәре тотор ине әле.

Online47.ru сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға