09.07.2011 Еләк йәнә уңмағанмы?
Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында еләк һатыусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө эргәһендәге райондарҙа был тәмлекәс быйыл да уңмаған. Былтыр ярай, ҡоролоҡ булғайны, ә быйыл ямғыр мул булды. Бәлки, ялан-болондарҙың ҡып-ҡыҙыл еләк менән ҡапланыуын тағы ла аҙыраҡ көтөп торорға кәрәктер?
Быйыл ҡыш буйы сит илдән килтерелгән йәшелсә ашарға тура килде. Бәлки, ҡайнатмалар эшләү өсөн ситтән килтерелгән емешкә өҫтөнлөк бирергә кәрәктер? Улар арзаныраҡ та, күберәк тә кеүек тойола. Әлбиттә, үҙебеҙҙә үҫкән еләктән эшләнгән ҡайнатмаға ни етә, әммә әле баҙарҙа ситтән килгән емештәрҙең күп булыуына иғтибар итәйек.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 7 июлгә бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелә.
Хаҡтар − һумда
Һары сейә
(черешня) 120 − 200
Слива 80 − 90
Персик 130 − 220
Абрикос 50 − 110
Бер услам базилик 20
Бер услам һуған ҡыяғы,
петрушка, укроп,
ҡуҙғалаҡ 5 − 8
Бер услам мәтрүшкә 10 – 20
Помидор 55 − 80
ҡыяр 25 − 40
Баклажан 80 − 150
Һуған 35 − 40
ҡыҙыл сөгөлдөр 50 − 65
Картуф 50 − 55
Кәбеҫтә 15 − 22
Ер еләге 250
ҡайын еләге 450 – 500
Һыйыр ите 220 − 300
Һарыҡ ите 260 − 320
Лилиә СИРАЕВА.