18.06.2011 Завод дәүләт заказдарына өҫтөнлөк бирергә тейеш
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа сәфәрендә хәрби техника һәм ҡоралды утилләштереү предприятиеһында булды.
«Авангард» заводында айына 120 мең снарядты утилләштерергә мөмкин. Һуңғы ике йылда бында Иглин районының Урман ҡасабаһында һаҡланған 308 мең снаряд килтерелгән.
Республика башлығы боеприпастарҙы зарарһыҙландырыу майҙансығын, преслау блогын һәм сәнәғәт шартлатҡысы цехын ҡараны. Уға утилләштерелгән ҡоралдың металл корпустарын һәм шартлатҡыс матдәләрҙән яһалған продукцияны − сәнәғәт зарядтарын, шашка-детанаторҙарҙы, шартлатҡыс составтарҙы күрһәттеләр. Рөстәм Зәки улы, снарядтарҙың «Авангард» кеүек махсус завод биләмәһендә профессионалдар тарафынан утилләштерергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, предприятие эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә, дәүләт заказдарын йәлеп итергә тәҡдим итте.
«Авангард» 1943 йылда барлыҡҡа килгән. Унда хәрби техниканы утилләштереп кенә ҡалмайҙар, ә ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ эштәре лә алып барыла. Завод продукцияһы нефть табыу сәнәғәтендә ҡулланыла. 1992 йылдан алып бында утилләштерелгән дары эшкәртелә һәм сәнәғәт өсөн яңы продукция етештерелә.