14.06.2011 Яңы фабрика сафҡа инде
Рәсәй көнө алдынан Хәйбулла районында яңы тау сәнәғәт объекты файҙаланыуға тапшырылды.
Хәйбулла районының Петропавловск ауылына яҡын урынлашҡан фабрика биләмәһенә иртәнге сәғәт 7-лә үк килеп төштөк. Шулай булһа ла, бында эш ҡайнай: байрам ойоштороусылар һуңғы әҙерлек эштәре менән булыша, һаҡсылар постарҙы тикшерә, махсус форма кейгән эшселәр күренгеләп ҡала. Уҙған килеүемдә, 2009 йылда, был фабриканың һөлдәһе генә бар ине, хәҙер иһә тулы ҡеүәтенә эшләп торған сәнәғәт предприятиеһының ысынбарлығына, әкиәт булмауына ышаныуы ла ҡыйын. Асфальт юлдар, ыҡсым административ бина, ашхана, складтар, фабриканың төп ҡеүәттәре урынлашҡан ангарҙар – быларҙың барыһы ла, сәнәғәт предприятиеһынан бигерәк, уртасараҡ ҡала урамдарын хәтерләтә.
Яңы фабриканы асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Искәндәр Мәхмүдов ҡатнашты. Тантана уңайы менән телмәрҙәрендә Рөстәм Хәмитов та, Искәндәр Мәхмүдов та был фабриканың сафҡа инеүендә республиканың һәм «УГМК»-ның уртаҡ эшмәкәрлеге мөһим булыуын билдәләне.
Фабриканың яңы ҡеүәттәрен файҙаланыуға тапшырыуҙы символлаштырған тантананан һуң ошонда уҡ Башҡортостан хөкүмәте һәм Урал тау-металлургия компанияһы етәкселеге киләһе биш йылға үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Фабриканың сафҡа ингән өлөшө йылына яҡынса 1,5 миллион тонна мәғдәнде байыҡтырырға һәләтле. «Юбилейный» карьерынан (киләсәктә – шахталарҙан) сығарылған тау мәғдәне махсус тирмәндәрҙә ҡом кимәленәсә онталып, артабан флотация машиналарында күбекле һыуҙа йыуыла һәм шул рәүешле баҡыры буш тоҡомдарҙан айырылып сығып, бергә туплана. Артабан баҡыр концентраты Башҡортостандан ситтә, башлыса Силәбе һәм Пермь өлкәләрендә урынлашҡан баҡыр иретеү заводтарына оҙатыла. Хәйбулла районының «Юбилейный» ятҡылығында тау-байыҡтырыу фабрикаһының эш башлауы район өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғы өсөн дә шатлыҡлы хәл. Был шатлыҡты, күрәһең, эш эҙләп Себер тарафтарына юлланыуҙан азат булып, 15 көн аша үҙҙәренә, бик булмаһа, күрше районға вахтаға барған ир-ат нығыраҡ тоялыр. Фабрикала эш вахта ысулы менән ойошторолған, бының өсөн вахтаға килеүсе эшселәр өсөн бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ бар, тиҙҙән яңы ятаҡ төҙөләсәк. Күпселек халыҡ Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, Сибай ҡалаһынан йөрөп эшләй.
Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.