«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Ҡағыҙ 10 һумлыҡтар менән хушлаша башлағыҙ



17.05.2011 Ҡағыҙ 10 һумлыҡтар менән хушлаша башлағыҙ

Магазинда, йә булмаһа, башҡа ерҙә иҫәпләшеү барышында 10 һумлыҡ аҡса проблемаһы менән һәр кемдең осрашҡаны барҙыр. Ысынлап та, Башҡортостанда 10 һумлыҡ аҡсаға дефицит барлыҡҡа килгән – уның ҡағыҙҙан эшләнгәне лә, тимере лә етмәгән төҫлө тойола. Ошо факт буйынса Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһы рәйесе Ғәббәс Әхмәтшин аңлатма бирҙе.
Уның әйтеүенсә, 10 һумлыҡ аҡсаның нисәүһен әйләнештән алһалар, шул уҡ күләмдә яңыһын етештерәләр. 10 һумлыҡтар республикала етерлек күләмдә бар. Тик уларҙың күп кенә өлөшө эшләмәй, халыҡтың янсығында ҡала бирә.
Мәҫәлән, иҫтәлекле, тарихлы тимер аҡсалар күп кенә. Ә уларҙы нумизматтар үҙ ҡулына төшөрөргә тырыша һәм, коллекция булдырып, әйләнешкә сығармай. Шуныһы ла бар – 10 һумлыҡтар, башлыса, йәмәғәт транспортында иҫәпләшеү өсөн тотонола. Бәләкәй магазиндарҙа ла был аҡса етерлек. Ә улар аҡсаһын кредит ойошмаларына алып барып тапшырмай. Һөҙөмтәлә 10 һумлыҡтар маршрут автобустары, киоскылар тирәһендә генә йөрөй.
Ошо проблемалар менән бәйле, БР Милли банкыһы ваҡ аҡсаны ла әүҙемерәк һәм һәр бер урында ҡулланырға саҡыра. Ә кредит ойошмалары бөтә тинлектәрҙе, тимер аҡсаны ла ҡабул итергә тейеш. Бер кемдең дә һеҙҙән ваҡ аҡсаны алыуҙан баш тартырға хаҡы юҡ. Һәм, әлбиттә, граждандар, үҙҙәре лә был проблемаға аңлы ҡарап, һәр бер тиндең дә аҡса икәнлеген иҫенән сығармаһын ине. Юҡһа трамвай йәки троллейбуста билет өсөн түләү, йә булмаһа, кире ҡайтарып биргән ваҡ аҡсанан баш тартыусылар йыш осрай.
Рәсәйҙә 10 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны тимергә алмаштырыу эше 2009 йылда башланды. Тап ошо ваҡытта ҡағыҙ аҡсаны баҫыу­ҙан туҡтанылар. Тора-бара, улар әйләнештән алынып, тулыһынса тимер аҡсаға күсәсәкбеҙ.
10 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны бөтөрөү нимәгә бәйле икән тип аптырарға түгел – бөтәһе лә экономиялауға ҡайтып ҡала. ҡағиҙә булараҡ, номиналы түбән булған ҡағыҙ аҡса ярты йыл үтеү менән юҡҡа сыға, иҫкерә. Яңыһын сығарыу күп сығым талап итә. Ә тимер­ҙәре, тәбиғи, оҙаҡҡараҡ сыҙай.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға