02.04.2011 Әйләнештә – яңы тәңкәләр
1 апрелдән әйләнешкә бер юлы алты төрлө тимер аҡса сыҡты. Тәңкәләрҙең бишәүһенең составында ҡиммәтле металл бар. Улар беренсе тапҡыр йыһанға осоуҙың 50 йыллығына арнап сығарылған 3 һумлыҡ көмөш, 1000 һумлыҡ алтын, Бүрәт Республикаһының Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 350 йыл тулыу айҡанлы 3 һәм 100 һумлыҡ көмөш һәм ошо уҡ тарихи сериянан 50 һумлыҡ алтын һәм 10 һумлыҡ тимер тәңкәләрҙән ғибәрәт.
3 һумлыҡ көмөш тәңкәлә йондоҙҙар фонында Юрий Гагарин төшөрөлгән. «Кешенең йыһанға тәүге осош яһауына – 50 йыл» тигән яҙыу һәм беренсе космонавтың ҡултамғаһының факсимилеһы бар. Монетаның диаметры – 39 миллиметр, ауырлығы – 31,1 грамм, пробаһы – 925. Әйләнешкә 7,5 мең тәңкә сығарылған. 1000 һумлыҡ алтын монетаның диаметры – 50 мм, ауырлығы – 155,5 г, пробаһы – 999,0. Ул биш кенә данала сығарылған. 3 һумлыҡ көмөш монетала тау фонында бүрәт милли кейемендәге ҡатын-ҡыҙ һүрәтләнгән. Уның диаметры – 39 мм, ауырлығы – 31,1 г, пробаһы – 925. Ул өс мең берәмектә тарала. Ә 100 һумлыҡ аҡса ни бары 300 бөртөк сығарылған. 50 һумлыҡтар ҙа бик аҙ – 1 мең генә. Тәңкәләр Рәсәйҙә ҡулаҡса булып әйләнештә йөрөйәсәк.