«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Эшҡыуарҙар иҫәпкә алына



29.03.2011 Эшҡыуарҙар иҫәпкә алына

Әле Рәсәйҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттарын иҫәпләү кампанияһы бара. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты федераль кимәлдә һанау, күҙәтеү сараһы илдә һәр биш йыл һайын үтеп торасаҡ. Тулы масштаблы иҫәпкә алыу иҡтисадта иң ауыр тармаҡты – эшҡыуарлыҡты контролдә тотоуға ҙур өлөш индерәсәк. Һүҙ бәләкәй предприятиелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар тураһында бара.
Ҙур сараны ойоштороу хаҡында журналис­тарға «Росстат» етәксеһенең урынбаҫары Мак­сим Дианов, «Башҡортос­танстат» башлығы Әкрәм Ғәниев һәм уның урынбаҫары Венера Васильева һөйләне. Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, сара барышында илдә нисә предприятие булғанлығын ғына түгел, уларҙың килемен, күрһәткән хеҙмәттәрен дә иҫәпкә аласаҡтар. Шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡта нисә кеше эшләүе, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияһының күпме етештерелеүе лә күҙәтеләсәк.
Бөтә мәғлүмәт власть органдары, фән эшмәкәрҙәре һәм йәмәғәтселек ойошмалары өсөн заман эшҡыуарлығы тураһында аныҡ фекер йөрөтөп, дөрөҫ йүнәлештә план ҡорорға нигеҙ булып торасаҡ. Мәғлүмәттәрҙе анализлау бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә һалым сәйәсәтен билдәләү һәм ҡулайлаштырыуға ла ярҙам итәсәк. Иҫәпкә алыу сараһы эшҡыуарҙар өсөн дә бик файҙалы – улар ҡайһы өлкәлә һорау менән тәҡдимдәрҙең тура килмәүен асыҡ күрәсәк. Ошо факторҙарҙы күҙ уңында тотоп, инвестицияларҙы килемле тармаҡҡа йүнәлтеү ҙә еңелерәк булыуы аңлашыла.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр эшмәкәрлеге хаҡында отчетты ҡағыҙға яҙып, почта аша, йә булмаһа, интернет аша ебәрә ала. Туранан-тура «Башҡортостанстат»ҡа килтерергә лә мөмкин. Әгәр эшҡыуарҙар отчетты ваҡытында килтереп еткермәй икән, улар менән өҫтәмә эш алып барыласаҡ – «Башҡортостанстат»тың хеҙмәткәрҙәре эшҡыуарҙарға отчет төҙөргә ярҙам итергә әҙер.
Матбуғат конференцияһында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда шәхси эшҡыуарҙарҙың – 37,2, бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттары етәкселәренең 18,9 проценты отчеттарын еренә еткереп тапшырған. Әйткәндәй, ауыл эшҡыуарҙары ҡаланыҡылар­ҙан күпкә әүҙемерәк булып сыҡҡан, улар эшмәкәрлеге хаҡында отчетты ваҡытында бирергә тырыша. Мәғлүмәттәрҙе 1 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк.
Федераль кимәлдә ойошто­рол­ған саранан ситтә ҡалырға тырышыусы эшҡыуарҙарҙы штраф көтә. Әгәр мәғлүмәт еткерергә теләмәй­һең икән, 3000 – 5000 һум аҡса түләргә тура киләсәк.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡты иҫәпкә алыу сараһы буйынса тулы мәғлүмәтте «Башҡортостан­стат»­тың www.bashstat.ru сайтында алырға мөмкин. «ҡыҙыу линия» ла эшләй, уның номеры: (3472) 273-26-63.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға