«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Орлоҡ әҙер



15.02.2011 Орлоҡ әҙер

Орлоҡ әҙерБашҡортостан аграрий­ҙары яҙғы сәсеү эшенә әҙерлекте бик әүҙем алып бара. Башҡарылған эштәрҙең иң мөһиме – орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү. Шуға ла хәҙер тап ошо тармаҡҡа көс һалына, орлоҡтоң нисек һаҡланыуы тикшерелә, кәрәк була ҡалһа, уны ситтән һатып алыу мөмкинлеге ҡарала.
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө көнгә орлоҡтоң 92 проценты сәсеүгә әҙер, уларҙы тулыһынса эшкәртеп ҡуйғандар.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда бөтәһе 1 миллион 200 мең гектар майҙанда ярауай культуралар сәсергә ниәтләйҙәр. Күп йыллыҡ үләндәр һәм техник культураларҙы иҫәпкә алғанда, республикала сәсеү кампанияһы ике миллион гектар майҙанда башҡарыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға