15.02.2011 Ит «уңған» икән ауылда!
Ҙурыраҡ ҡапсыҡ килтерергә кәрәк булған, былай арзан булырын белмәнем, ә-әх-ти...
– Аһа, ҡиммәтерәк түгелме, балам?
– Ваҡлап ҡына бирегеҙ инде, өйҙә балтам юҡ шул.
– Алығыҙ, ал, әйҙә, 180-гә бирәм дә ҡуям...
Сауҙа майҙанында халыҡ мыжғый. Нимә һаталар икән, тип аптырамағыҙ – ит йәрминкәһе был. Һатыусы менән һатып алыусы араһында шундайыраҡ аралашыу әле теге, әле был ерҙә ишетелеп тора. Һимеҙ түшкәләр, мал боттары һалынған машиналар тулған, кемдер олоғара балтаһы менән ит саба, берәүҙәр – тоҡ, икенселәр ғәҙәти полиэтилен ҡапсыҡ тотоп килгән.
Ял көндәре һайын йәрминкәләр ойоштороу ҡалабыҙҙа матур йолаға әүерелде. Йәйен-көҙөн йәшелсә, бал төп продукция һаналһа, ҡышын инде – «ит осоро». Сараның етештереүсе өсөн дә, һатып алыусыға ла берҙәй файҙалы икәнен аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй. Февраль ит йәрминкәләренә бай булмаҡсы: Өфөлә айҙың тәүге ял көндәрендә барлығы 68 тонна ит һатылған. Унда республиканың 20 районынан ылау килгән булған. Үткән ялда ла баш ҡаланың дүрт сауҙа майҙанында – «Алтын» (Дим районы), «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» (Калинин районы) сауҙа комплекстары, «Аврора» кинотеатры (Киров районы), Спорт һарайы (Октябрь районы) янында йәрминкәләр уҙҙы.
Һуңғыһында ит менән һатыу итеүселәр автомобилдәрен Октябрь проспектына еткерә яҙып теҙеп ҡуйғайны хатта. Сәғәт 12-ләр тирәһе. Был ваҡытҡа ҡайһы бер «итсе»ләр, алып килгән тауарын һатып бөтөп, ҡәнәғәт булып ултыра ине. Шул иҫәптә Баҡалы районының «Яҡты Шишмә» хужалығы. Улар 100 баш өйрәк һәм ҡаҙ алып килгән. «Өйрәкте – 450, ҡаҙҙы 700 һумдан һаттыҡ, ҡаҡлаған ҡаҙыбыҙҙы – 600 һумдан. ҡала халҡы ҡош итен ярата икән, – тип шаярыу ҡатыш ҡыуанысы менән уртаҡлашты хужалыҡтың баш инженеры Сергей Белоусов. – Тиҙ һатып бөттөк. 1100 өйрәк, 1000 ҡаҙ аҫраныҡ. Уңдылар, шөкөр. Ошондай йәрминкәләр бик уңайлы. Октябрҙә эре мал итен килтергәйнек».
Артабанғы туҡталған урыныбыҙ ҙа Баҡалы һатыусыларыныҡы булды. Был район етәкселеге йәрминкәгә ҙур иғтибар бирә, афарин. «Мирзаит» йәмғиәтенән Илдар Хажиев әйтеүенсә, мал һимертеү менән ике тиҫтә йыл самаһы шөғөлләнәләр икән. Әле 2-шәр баш һыйыр, сусҡа ите килтереп, уңышлы ғына һатып торалар.
Ҙур ғына балта менән итте «һә» тигәнсе оҫта итеп, ярсыҡламай ғына киҫәктәргә бүлеп торған ағайға ҡарап, ай-һай, тәжрибәле малсы, тип янына барҙыҡ. Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылынан Илфир Хөснөтдинов атлы фермер икән. 440 килограмм башмаҡ ите килтергән. Уның тирәләй ярайһы уҡ оҙон сират теҙелгән. Һөйләшкән арала ла байтаҡ итен һатып ебәрҙе ағай. «Ете йыллап шөғөлләнәбеҙ инде мал менән. 14 баш үгеҙ аҫраныҡ. ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, аҙыҡ еткерҙек. Әҙ генә ваҡытыбыҙ булдымы, йәрминкә кеүек сараларҙан ҡалмаҫҡа тырышабыҙ». Шуныһы һәйбәт йәрминкәлә: фермерҙар ҙа, АХК-лар ҙа, күпләп мал аҫраусылар ҙа теләп ҡатнаша.
Майҙан уртаһына үткәнсе ни генә осраманы юлда: бал-май тиһеңме, сыр, колбаса, хатта туңдырылған емеш тә бар. Бер аҙ ситтәрәк шәл, кейем-һалым да һатыла. Йәрминкә шулай киң ҡолас менән бара инде ул!
Иң киң таралған ит һыйыр ите булды. Уның хаҡы 180 һумдан 240 һумғаса билдәләнгәйне. 35 тонна самаһы һатылған был ит. Сусҡа итенең килограмы – 150 – 200 һум, һарыҡтыҡы – 170 – 230, йылҡы ите 160 – 220 һум менән һатыуға сығарылған. Дүрт майҙанда барлығы 152 тонна ит һатылған. Киләһе ял көндәрендә лә ит йәрминкәләре ойоштороласаҡ.
Ит ҡиммәтме әллә?
Әминевтар, хаҡлы ялда:
– Беҙ аҙыҡ-түлек запасын ошондай йәрминкәнән алып ҡуйырға ғәҙәтләндек. Хаҡтар бигүк ҡәнәғәтләндереп етмәй инде. Аҡса түләп алған кешегә бигерәк тә ҡиммәт күренә бит ул. Баҙарға барырлыҡ түгел. Әле бына 230 һум менән биш кило һыйыр ите алғайныҡ, икенсе урында ун һумға булһа ла арзанына осраныҡ. Йөрөмәнек бит ҡараңҡырап. Бик һатыулашҡан хәлдә, тағы ла арзанайтырға мөмкин, ауыл халҡы ихлас бит ул, төшөрә белә. Йәрминкә урындары йышыраҡ булһа ла уңайлы булыр ине.
Закир ТЕЛӘМОВ, эшсе:
– Ит һатыусыларҙы аңлайым, арзанға биргеләре килмәй. Күпме этләнеп аҫрайһың малды. Үҙем ауыл кешеһе. Ауылға уҡ барып ала торғайныҡ, быйыл юл төшмәне. Унда йәрминкәгә ҡарағанда күпкә арзанға ла ит табып була.
Айһылыу апай, ит һатыусы:
– Бик һәйбәт һаттыҡ. Әлбиттә, алыусылар һатыулаша килеп тороп. ҡиммәт, тиҙәр. Барлы-юҡлы тәме менән кәнфиттәр ҙә, ана, ни саҡлы тора, ни тиклем зарарлы араҡы-тәмәке лә ҡиммәт, тим яуап итеп. Ит бик арзан булырға тейеш тә түгелдер. Мал аҫрауҙың мәшәҡәте генә ни тора! Ә былай, кешенең алыуына ҡарағанда, хаҡтар ҡулайлы.