29.01.2011 КЕШЕ НИМӘ АШАРҒА ТЕЙЕШ?
Үкенескә күрә, быйыл ҡоролоҡ Башҡортостанда ғына түгел, планетаның байтаҡ илендә күҙәтелде. ҡоролоҡтан тыш, төрлө тәбиғәт катаклизмдары ла кешелеккә ҙур зыян килтерҙе. Донъя баҙарына иң күп бойҙай сығарыусы Австралияны, кофе, какао, шәкәр һатыусы Бразилияны һыу баҫыуы хаҡтарҙың артабан да артыуына килтерәсәк, тигән фекер уята.
Бөтә донъя аҙыҡ-түлек баҙарын контролдә тотоусы белгестәр биргән мәғлүмәттәр буйынса, быйылғы йылдың беренсе айында төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы максималь кимәленә еткән. Бөтәбеҙ ҙә иҫләйбеҙ: 2008 йылда аҙыҡ-түлеккә хаҡ глобаль рәүештә, тотош донъяла артты. Әммә ул ваҡытта ла аграр секторға ҡараған хужалыҡтар етештергән продукция бөгөнгө кеүек үк ҡиммәт булмаған.
Үткән йылдың аҙағында донъя баҙарында кофе, шәкәр, бойҙай, кукуруз һәм картуфҡа хаҡ ныҡ артҡан. Шәкәрҙең хаҡы 80 процентҡа тиклем күтәрелгән, быға Бразилиялағы тәбиғәт көйһөҙлөктәре ғәйепле. Ә инде бойҙайға хаҡтың артыуына Рәсәйҙәге ҡоролоҡ ҙур өлөш индерә.
Күңелде ныҡ ҡырғаны – аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы быйыл да дауам итәсәк. Яңы рекордтар теркәлеү хәүефе лә бар. Әгәр тағы ла тәбиғәттә ҙур катаклизмдар була ҡалһа, аҙыҡ-түлек хаҡтары ныҡ күтәреләсәк. 2008 йылда хаҡтарҙың артыуы арҡаһында аҙыҡ-түлек баҙарының көрсөккә терәлеүе тураһында һөйләй башлағайнылар. Уҙған йыл аҙағында хаҡтарҙың артыуын көрсөк кенә тип әйтеп тә аңлатып булмай. Етмәһә, нефткә, энергияға хаҡтың артыуы ла ашамлыҡтарҙың һатыу хаҡына өлөш индерә.
Алға киткән илдәрҙә аҙыҡ-түлекте күмәртәләп һатыу баҙарында хаҡтар күтәрелһә лә, супермаркеттарҙа әллә ни артмаясаҡ, тип көтөлә. Сөнки ваҡлап һатыу баҙарында дәғүәселек шул тиклем көслө, ҡулланыусылар барыбер арзанырағын табасаҡ.
Тик бөгөн үҫешеү юлында ғына булған дәүләттәрҙә хәлдәр ҡатмарлы булырға оҡшай. Бындай илдәрҙә сауҙа механизмы аҙ һәм халыҡ килеменең күпселеген үҙен туйындырыу өсөн тотона. Хаҡтар артабан да әүҙем артҡан хәлдә, бындай илдәрҙең халҡы, протест белдереп, урамдарға сығыр, ығы-зығы тыуыр, тигән ҡурҡыныс бар.
«Росстат» биргән мәғлүмәттәр буйынса, 2011 йылдың 1 – 17 ғинуарында илдә инфляция 1,4 процент тәшкил иткән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ һәр йыл башында артып тора. Быны, Рәсәйҙең әллә ни аңлашылып бөтмәгән традицияларының береһе, тип тә атарға булыр ине. Ә инде быйыл ул традицияға тәбиғәт көйһөҙлөктәре лә ҡушылып, һөҙөмтәлә хаҡтар һәр кем һиҙерлек итеп артты. Һәм, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был хәл халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте биргән рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылда инфляция 8,8 процент тәшкил иткән. Ә инде аҙыҡ-түлек баҙарындағы инфляцияны айырым алып ҡараһаң, ул 12,9 процентҡа еткән. Үткән йылдың тәүге яртыһында ашамлыҡтарға хаҡ бер ни тиклем тотороҡло булһа, икенсе ярты йыллыҡта киҫкен рәүештә артып киткән. Минималь аҙыҡ-түлек күләмен туплаған кәрзиндең хаҡы былтыр 22,4 процентҡа артҡан һәм декабрь аҙағына 2625,7 һум тәшкил иткән. Был ябай халыҡтың кеҫәһенә ныҡ ҡына һуғырлыҡ факт икәнлеген һәр кем аңлай. Шул уҡ ваҡытта был сумманың минималь аҙыҡ-түлек кәрзиненең күрһәткесе генә икәнлегенә иғтибар итеү кәрәк. Бында бер ниндәй ҙә ҡара ыуылдырыҡ тураһында һүҙ бармай.
Рәсәй халҡының минималь аҙыҡ-түлек кәрзиненең хаҡын төп күтәреүсе булып ярмалар тора. Былтыр уларҙың дөйөм хаҡы 59 процентҡа артҡан. Ярмаларҙан йәшелсә-емеш саҡ ҡына ҡалыша – уларҙың хаҡы 46 процентҡа менгән. Үҫемлек майы менән аҡ майҙың хаҡы ла ныҡ ҡына артҡан. Шәкәргә хаҡ – 23, ә инде һөт продукцияһына 17 процентҡа күтәрелгән. Йомортҡаның да хаҡы бер урында ғына тормай, арта.
«Башҡортостанстат»тан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылдың башынан беҙҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡ 109,6 процентҡа күтәрелгән. Шуныһы ла бар – хаҡтар, башлыса, декабрь аҙағында өҫкә үрмәләй башлаған. Волга буйы федераль округында аҙыҡ-түлеккә хаҡтар менеүе 107,8 процент тәшкил итә.
Рәсәй банкыһының финанс баҙарындағы операциялар департаменты директоры Сергей Швецов билдәләүенсә, донъя баҙарында аҙыҡ-түлеккә хаҡтың ныҡ артыуы арҡаһында Үҙәк банк белгестәре, инфляция ҙур булыр, тип хәүефләнә. Банкир аңлатыуынса, хаҡтар 2011 йылда ла юғары буласаҡ.
Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы ҙур буласаҡ, тип көткән Белоруссия, Рәсәй һәм ҡаҙағстан Шәкәр ассоциацияһын да төҙөгәйне. Тик уларҙың береһенең дә тиерлек өмөттәре аҡланманы. Тәбиғәт бер ниндәй ассоциацияларға ла ҡарап тормай үҙенекен эшләй шул.
Тәфсирле хужалар шулай ҙа иғтибар иткәндер – һөткә хаҡ һиҙҙермәй генә күтәрелә. Мәҫәлән, ҡарабойҙайҙың хаҡы ҡапыл артып, халыҡты аптыратһа, һөт һәм һөт продукцияһына хаҡтар әкренләп, кешеләрҙә паника тыуҙырмай ғына арта. Кешеләр аңламай – супермаркетта шул уҡ аҙыҡ-түлекте алаһың, ә касса янында аҡсаны көндән-көн күберәк ҡалдырырға тура килгән һымаҡ.
ҡыҫҡаһы, хәҙер арзан аҙыҡ-түлек бөтөнләй юҡ. Арзан ғына хаҡҡа ярмалар, үҙебеҙҙә етештерелгән йәшелсә-емеш алған ваҡыттар үтте. Ит, һөт, йәшелсә һәм ярмаларҙың бөтәһе лә ҡиммәт. Белгестәрҙең күпселеге 2011 йылда аҙыҡ-түлек баҙарына ҡарата ыңғай фараздар бирмәй. Беҙгә, йәйен ямғыр яуһын, тәбиғәт көйһөҙләнмәһен, йә булмаһа, эш хаҡы, пенсия артһын ине, тип теләргә генә ҡала инде.
Лилиә СИРАЕВА.