«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Раузалар өшөмәһен тиһәгеҙ...



12.11.2018 Раузалар өшөмәһен тиһәгеҙ...

Раузалар өшөмәһен тиһәгеҙ...
Баҡсамда бер нисә төр рауза үҫтерәм. Ҡышҡылыҡҡа өшөмәһен, тип барыһын да яҡшылап күмеп сыҡтым. Тик улар август аҙағында ғына шытып сыҡты. Ҡыш өшөнөләрме икән ни?
В. Юлдыбаева.
Туймазы районы.

Рауза һалҡындарға бик һиҙгер сәскә. Күптәре ҡыш көнө туңа. Шуға уны дөрөҫ итеп һаҡлау мөһим. Башта һабағын 25– 30 сантиметр ҡалдырып ҡырҡыр­ға кәрәк. Тик ерҙә ҡала торған өлөшөндә бөрөләре булырға тейеш. Сәскәнең тирә-яғын ҡоро серетмә менән күмергә. Серетмә булмаһа, бысҡы онтағы ла бик яҡшы йылытасаҡ. Йылытыу өсөн фанеранан, таҡтанан йәшник яһар­ға ла була. Ямғыр һыуы үтмәһен өсөн пленка менән дә ҡаплап ҡуйырға мөмкин. Ләкин ситтәренә тупраҡ өйөргә ярамай. Был сәскә ҡыш көнө үҫмәһә лә, һулый. Тупраҡ тын алырға ирек бирмәйәсәк. Көндәр ныҡ һалҡынайтыу менән тағы йылы әйбер менән ҡаплау талап ителә. Ҡар яуғас, ярты метр ҡар өйөргә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға