«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем



20.11.2018 Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем
Теләге булған булдыҡлы баҡсасы ғаиләһен ҡышҡылыҡҡа үҙе үҫтергән алмалар менән тәьмин итә ала. Ҡыш уны һаҡлау еңел түгел. Бының өсөн алма йыйыу һәм һаҡлауҙың ҡайһы бер технологик талаптарын ҡәтғи үтәү зарур. Беренсенән, һаҡлау өсөн һуң өлгөрә торған көҙгө, бер сортлы алмалар ғына алына. Ғәҙәттә, улар йыйғандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс кенә ҡулланыуға яраҡлы була. Мәҫәлән, көҙгө сорттар 7 – 30 көндән һуң, ә ҡышҡылары, сортына ҡарап, 2 – 6 айҙан һуң ғына тәмләнә.
Беҙҙең зонала киң таралған “Башкирская красавица”ны –декабргә, “Антоновка”ны – февралгә тиклем һаҡларға мөмкин. Йәй өлгөргән алмалар­ҙы һаҡларға ҡалдырып булмай. Улар ағастан өҙөп ашау өсөн һәйбәт. Бындайҙарға “Ағас грушовка”һы, аҡ алма һәм алтынһыу Ҡытай алмалары инә. Һаҡларға яраҡһыҙ булһалар ҙа, был алмаларҙан, консервалау юлы менән ҡышҡа әллә нисә төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.
Алманың сифатлы килеш һаҡланыуында уның ағастан йыйып алыу ваҡыты ла бик мөһим роль уйнай. Шунлыҡтан уны төҫө һәм тәме буйынса тамам өлгөргәс кенә йыйырға кәрәк. Һәм был эште ҡоро көндә, иртәнге ысыҡ төшкәс кенә башҡарырға кәңәш ителә.
Емеште ағастан һаҡ ҡына тотоп, һабағы менән бергә, берәмләп йыйып алалар. Һуңынан парафинланған ҡағыҙға айырым-айырым төрөп, яйлап ҡына ағас тартмаларға тултыралар. Алмаларҙы шул килеш ағас юнысҡыһы, ҡоро мүк, һалам менән аралаштырып һалырға кәрәк. Ә бына ҡышҡылыҡҡа ҡалдырыласаҡ алмаларҙы йыуырға һәм һөртөргә ярамағанлығын беләһегеҙҙер. Улар 0 градустан 4 градусҡа тиклем температурала һәм 85 – 95 процент дымлылыҡ булған урында яҡшы һаҡлана. Бының өсөн беҙҙең шарттарҙа баҙ һәм подвал ҡулай. Баҙҙан, мәҫәлән, 80 –100 мм диаметрлы ике тимер торба тышҡа сығарып ҡуйыла. Торбаның аҫҡы башы – иҙәнгә яҡын урынға, ә өҫкө яғы тышҡа сығарып урынлаштырыла. Температураны контролдә тотоу өсөн ике термометр кәрәк. Уның береһе - 0,5 м, икенсеһе 1,5-2 м бейеклектә беркетелә. Тартмалағы алмаларҙы ваҡыт-ваҡыт тикшереп, боҙола башлағанын алырға онотмағыҙ. Бына ошо шарттарҙы үтәгәндә, табындарығыҙҙы баҡсағыҙҙа үҫтергән алмалар биҙәйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға