«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Кимереүселәр ҡышҡыһын йоҡламай



15.11.2018 Кимереүселәр ҡышҡыһын йоҡламай

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа сыс­ҡандар ишәйҙе. Уларҙы бөтөрөү өсөн дарыухананан хлорлы калий алып, өңдәргә һибәләр. Яндырылған резина еҫен дә кимереүселәр яратмай. Келәттәрҙә, баҙ­ҙарҙа иҫке покрышка киҫәген яндырырға мөмкин. Сысҡандар кипкән аҡ сәскә (ромашка) еҫенән дә ҡаса. Йәй йыйған сәскәләрҙе баҙға һалығыҙ.
Был кимереүселәр баҡсаға ла ныҡ зыян килтерә: сейә, алмағас ҡайырыһы кимерә, умартаға ла инә. Сысҡан ағыуын 7 – 8 ҡат ҡағыҙ пакетҡа төрөп, шунан целофан пакетҡа һалып, ағас, ҡыуаҡ төптәренә, ер еләге араларына, бәҙрәфкә ҡуйығыҙ. Йорт эсенә, ҡойма буйына һалып сығығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға