«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Мискәнән – баҙ



13.11.2018 Мискәнән – баҙ

Мискәнән – баҙ
Баҡса участкаһында картуф һәм йәшелсәләрҙе һаҡлау өсөн полиэтилен мискәләрҙе файҙаланыу уңайлы. Мискәне ергә соҡоп ултырталар ҙа (яҙғы һыуҙар инмәһен өсөн өҫтө 10 –15 см сығып ҡала) тирә-яғына тығыҙлап, тупраҡ тултыралар. Ағас ҡапҡас ҡаплап, елләтеү өсөн 3 – 4 см диаметрлы полиэтилен көпшә сығаралар. Төпһөҙ йәшник һәм таҡталар ҡуйып, мискә өҫтөнә бысҡы онтағы һалып, йәнә ҡоро япраҡ түшәп, полиэтилен япма ҡаплайҙар. Иң өҫкә 15 – 20 см ҡоро тупраҡ йәки торф һалына. Эргә-тирәһен әйләндереп, һыу ағыу өсөн канау ҡаҙыла. Бындай баҙҙа картуф, кишер, сөгөлдөр, сәскә бүлбеләре яҙға тиклем һәйбәт һаҡлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға