«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Икенсел торлаҡ алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?



03.11.2018 Икенсел торлаҡ алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

Икенсел торлаҡ алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Был һорауға Өфө ҡалаһындағы Күсемһеҙ милекте һатыу агентлығы белгесе Сажиҙә ИГЕБАЕВА яуап бирә:

Икенсел торлаҡты һатып алыу, яңы төҙөлгән йорттан фатир алыу­ға ҡарағанда, күпкә ҡатмарлыраҡ. Йәшәлгән фатирҙы һатып алырға уйлаһағыҙ, иң тәүҙә фатир хужаһының паспортының ғәмәлдә булыуын тикшереү зарур. Шулай уҡ милек хужаһының коммуналь түләүҙәргә бурыстары булмауын, бүлмәләр үҙгәртелгәндә уның законлы булыуын, пропискала тороусыларҙы тикшертеү, һатыу­сынан ЕГРП-нан (Берҙәм дәүләт хоҡуҡ рейстры) справка талап итеү ҙә кәрәк. Торлаҡҡа арест һалыныуы ла мөмкин. Ышаныс ҡағыҙы (доверенность) аша фатир һатҡан кешеләрҙән дә һаҡ булығыҙ. Йыш һатылған фатир ҙа шик тыуҙырыр­ға тейеш. Фатир хужаһының был милеккә нисек хужа булыуын да асыҡлағыҙ. Мираҫ булып күскән икән, ул законлы көсөнә ингәнсе өс йыл ваҡыт үтергә тейеш. Хөкөм ителеү сәбәпле, теркәлеүҙән төшөрөлгән йәшәүселәр булыу-булмауын да тикшертегеҙ. Төрмәнән ҡайтыу менән хөкөм ителеүсе үҙенең хоҡуҡтарын даулай башлауы ла ихтимал. Бәлиғ булмаған балалар теркәлгән, улар­ҙың фатирҙа өлөштәре булған фатирҙар опека һәм попечителлек органының рөхсәте менән генә һатыла. “Әсәлек капиталы” аҡ­саһына һатып алын­ған фатирҙар алғанда ла унда йәшәгән балалар­ҙың хоҡуҡтары боҙолмауына иғтибар итегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға