«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Cәллә тегеү серҙәре



24.10.2018 Cәллә тегеү серҙәре

Cәллә тегеү серҙәре
Ир-аттың ғына баш кейеме булған сәлләне гүзәл зат күптән инде үҙенең ҡулланышына индергән. Егерменсе быуаттың 20-се йылдарында Рәсәйҙә ебәк ынйылы сәллә кейеү һылыуҡайҙы иң модалы итеп күрһәтһә, икенсе тулҡын 40-сы йылдарға тап килә. Һуғыш осорондағы ауырлыҡтарҙан йонсоған ҡатын-ҡыҙ нәфисерәк, мөләйемерәк күренеү өсөн ошо аксессуарҙы һайлай. 70-се йылдарҙа барыһы ла был баш кейемен яратып кейә, төрлө форма һәм стилдәге сәлләләр уйлап табыла.

Матурлыҡҡа ынтылған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, бигерәк тә мөслимәләр, намаҙ уҡыусылар араһында сәллә киң таралған. Әйткәндәй, был баш кейемен урамда йәки мәсеттә генә түгел, өйҙә һәм эш урынында ла кейергә мөмкин. Мосолман кейемдәре баҙарында үҙегеҙҙе ҡәнәғәтләндергәндәй сәллә таба алмаһағыҙ, Гөлназ Боҫтанова оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итә.

"Бәйләнештә" селтәрендәге пост:
https://vk.com/wall-35065816_26259







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға