20.09.2018 Помидорҙың япрағы ни өсөн сөрөшә?
Япраҡтары ҡуйы булған үҫентеләргә яҡтылыҡ насар төшһә, кәрәгенән артыҡ һыу һипкәндә, тупраҡты йомшартып тормағанда төрлө сирҙәр йыш тарала. Үҫемлектәрҙә ҡоротҡостар бармы-юҡмы икәнлеген дә тикшерегеҙ.
Үҫемлек үҫкән шарттарҙы ҡарағыҙ. Йыш ҡына уларға дым етмәй. Йәки, киреһенсә, ул артыҡ була. Оҙайлы ямғыр булып, көндәр һыуытып ебәрһә лә, помидор үҫентеһе сирләй башлай.