«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Һуғандың өлгөргәнен нисек белергә?



17.09.2018 Һуғандың өлгөргәнен нисек белергә?

Һуғандың өлгөргәнен нисек белергә?
Һуғанды ваҡытынан алда йыйһаң, ул формалашып етмәй. Ә һуңға ҡалһаң, төрлө ҡоротҡос үтеп инеп, уңышҡа зыян килтерергә мөмкин. Уны йыйыу ваҡытын билдәләүе ҡыйын түгел.
1. Һабаҡтары һарғая, кибә, түтәлгә ята башлай.
2. Математик ысул менән дә иҫәпләргә мөмкин. Уны ултырт­ҡандан һуң 68 – 83 көндә өлгөрә. Шулай уҡ йәйҙең нисек килеүенә лә иғтибар итергә кәрәк. Әгәр һыуыҡ булып, йыш ямғыр яуһа, һуғандың үҫеше оҙағыраҡҡа һуҙыла. Шулай ҙа оҙаҡҡа ҡалырға ярамай. Ямғыр ваҡытында тамырлана.
3. Һуғанды дөрөҫ йыйырға кәрәк. Йолҡоп алынған уңышты ҡояшта әйләндерә- әйләндерә киптерергә. Һуңынан еләҫ урында бер нисә көн тоторға. Ҡыяҡ ҡалдыҡтарын өҙөргә ярамай: ундағы туҡлыҡлы матдәләр йәшелсәнең өлгөрөп етеүенә ярҙам итә. Һуған 0 градуслы бинала яҡшы һаҡлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға