13.07.2018 Селтәрең матур, кем теккән?
«Игеҙәктәр – биҙәктәр!» – был ихлас күңелле, эскерһеҙ ҡыҙҙарҙы күргәс тә башҡа килгән иң беренсе уй ошо булды. Көләс йөҙҙәр, осҡор күҙҙәр иғтибарҙы әллә ҡайҙан яулап тора, ҡыҙҙарҙың үтә алсаҡлығын иҫәпкә алғанда, күңел үҙенән-үҙе уларға тартыла.
Игеҙәктәр менән «ситтән тороп» күптән таныш инем. Сөнки Баймаҡ районының Ярат ауылынан Алина һәм Алита Хисмәтуллиналар бала саҡтан матбуғат ҡаҙанында ҡайнап үҫте, мәктәп йылдарында «Йәншишмә», «Аманат»тың йәш хәбәрселәре булды. Тел, тарих, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған маҡсатлы ҡыҙҙар юғары уҡыу йортонда ла төрлө йәмәғәт эшендә, ғилми-ғәмәли конференцияла, конкурста әүҙем ҡатнаша, исемле стипендияларға лайыҡ була. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ - ны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, тырыш ҡыҙҙарҙы университетта эшкә ҡалдыралар. Белемдәрен артабан камиллаштырыу маҡсатында улар аспирантураға уҡырға инә. Конференцияларҙа сығыш яһау, ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләр баҫтырыу менән бер рәттән, төрлө проект менән дә шөғөлләнәләр. Бөгөн улар икеһе лә филология фәндәре кандидаттары. Ә Алита йәш ғалимдарҙың ғилми эштәре конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ла эйә булған.
Тел ғилеме буйынса ғына түгел, ғөмүмән, Алина Хәлилова менән Алита Лоҡманова – гүзәлеккә, камиллыҡҡа ынтылған шәхестәр. Улар һуңғы ярты йылда һаҡал һәм селтәр яһау оҫталары булып танылды. Бөгөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында көндән-көн популярлашҡан биҙәүесте игеҙәктәр сынъяһау итеп тегеп ҡуя. Ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныу әсәйебеҙҙән күскән, ти улар. Баҡһаң, Гөлдәр Әбделхәй ҡыҙы Хисмәтуллина ғүмере буйы ҡыҙҙарҙы хеҙмәт дәресенән уҡыта, ҡул эштәре түңәрәктәрен алып бара. Әсәнән күргән – тун бескән. Ҡыҙҙарҙың тирә- яғын ҡул эштәре менән йәмләү ҡанына һеңгән.
Игеҙәктәр селтәр тегеүҙә бер-береһен төрлө идея менән тулыландырып тора. Бөгөн улар икеһенә бергә йөҙләгән һаҡал-селтәр тегеп, гүзәл затты ҡыуандырған. Эштәрҙе тик интернет аша заказ буйынса ҡабул итеп тегәләр. Беренсенән, алдан өлгө тегеп әҙерләп ҡуйырға буш ваҡыт ҡалмай, икенсенән, беҙҙең өсөн был шөғөл аҡса сығанағы түгел, ә күңел талабы, ти Алина һәм Алита. Әйткәндәй, ҡыҙҙар был эшкә декрет ялдарында тотонған. «Ялда ултырып, күңелгә ниҙер етмәгән кеүек тойола башланы. Шул саҡ ирем ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр тегеү менән шөғөлләнергә тәҡдим итте. Тәүге һөҙөмтәнән үк оло ҡәнәғәтлек алдым, үҙемдең артымдан Алинаны ла әйҙәнем», – тип һөйләй Алита.
Бөгөнгө селтәр һатыу менән шөғөлләнгән ҡайһы бер оҫталарҙың өлгөләре бер тәртипкә һалынған, йәғни бер үк шаблон буйынса тегелгән. Ә Алина менән Алитаның, киреһенсә, ҡабатланған эштәре юҡ тиерлек. Ҡыҙҙар ниндәйҙер өлгөнө ҡабатлауҙан баш тарта, әгәр ҙә заказсы үтенеп һорай икән, төҫтәрен алмаштырып булһа ла үҙгәртергә тырышалар. Әйтерһең, һаҡал-селтәрҙәренән нур һибелеп тора, һоҡланыулы ҡарашты айырып булмай!
Алина менән Алита селтәр тураһында сәғәттәр буйы бик күпте һөйләй ала, уның тарихын да яҡшы өйрәнгән. Ниндәйҙер сихри көскә эйә булған милли биҙәүесте яһауға игеҙәктәр үтә етди ҡарай. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙға уларҙан оҫталыҡ дәресе тәҡдим итәбеҙ.