«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Бысҡы сүбе - серетмә



05.08.2018 Бысҡы сүбе - серетмә

Бысҡы сүбе - серетмә
Серетмә яһау өсөн бысҡы сүбен ҡатлам-ҡатлам итеп өйөгөҙ. Бер ҡатламдың яҡынса ҡалынлығы 30 см булырға тейеш. Беренсе ҡатламды яҡшылап еүешләйҙәр һәм ашлама иретмәһе һибәләр. Икенсе ҡатламға ла һыу һәм ашлама һибергә. Өйөмдөң дымлылығын даими һаҡларға кәрәк. Серетмә 3 – 4 айҙан әҙер була.
100 кг бысҡы сүбе өсөн 100 г суперфосфат, 700 г калий хлориды кәрәк.
Яҙ көнө серетергә ҡуйған бысҡы сүбе өҫтөнә 10 – 12 см ҡалынлыҡта тупраҡ һалып, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, хатта ҡыяр ҙа үҫтерергә мөмкин.
Тауыҡ тиҙәге ярҙамында ла серетмә яһарға була. Бының өсөн уларҙы бергә- бер күләмендә ҡушалар. Өйөлгән серетмәгә ризыҡ ҡалдыҡтары, сүп үләндәре, һалам, торф та өҫтәргә ярай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға