«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Баҡсам тулы рауза гөл



22.07.2018 Баҡсам тулы рауза гөл

Баҡсам тулы  рауза гөл
Рауза (роза) – баҡсасыларҙың иң яратҡан сәскәләренең береһе. Уның матурлығы, оҙаҡ сәскәгә күмелеп ултырыуы һоҡландыра. Төрлө төҫтәге сәскә атып ултырыусы үҫентеләр күңелде йәйгеһен генә түгел, көҙ ҙә ҡыуандыра. Беренсе сәскә атыу осоро июндә була. Сәскә атып бөткән ботаҡтарҙы ҡырҡып алырға кәрәк. Гөлдә яңы ботаҡтар үҫеп сығып, ул ҡабаттан сәскә атасаҡ. Розаларҙы яҙ ултыртһағыҙ, август уртаһына тиклем кипкән сәскәһен генә түгел, сәскәнең бөрөһөн дә ҡырҡығыҙ. Сөнки нығынып етмәгән үҫемлектең туҡлыҡлы матдәләре һәм көсө сәскә атыуға китәсәк. Былай эшләмәһәгеҙ, ҡыуаҡ үҫеүҙән туҡтарға мөмкин һәм насар ҡышлаясаҡ. Үҫентенең ботағын ҡыйыҡ итеп, иҫке бөрөнән 5 – 6 см юғарыраҡ киҫегеҙ. Ҡырҡҡан урынды баҡса ыҫмалаһы менән һылап ҡуйығыҙ. Үҫемлектә сәскә бөрөләренең һанын да тикшерегеҙ. Барыһын да ҡалдырһаң, сәскә ҙур булмай. Һәр ботаҡта бер үҙәк бөрө генә ҡалһын. Ҡалғандарын йолҡоғоҙ.
Сәскә атыу ваҡытын оҙонайтыу өсөн сәскәне ҡырҡыу ғына етмәй. Үҫкәндә, сәскәгә бөрөләнгәндә тупраҡты даими йомшартығыҙ, һыу һибегеҙ. Һыу йылы булырға, тамырға ғына ҡойолорға тейеш. Раузаларҙы ашламалар менән туҡландырырға ла онотмағыҙ. Миҙгел дауамында, ер ҡарҙан әрселгәс, сәскә атыр алдынан 2 – 3 мәртәбә тауыҡ тиҙәге төнәтмәһе лә ҡойоғоҙ. Был сәскә азотлы ашламалар­ҙы яратмай. Баҡыр, тимер, марганец булған препараттар менән эшкәртһәң, үҫентеләр сирләй башлай. Бөжәктәр зарарламаһын өсөн «Интавир» препараты менән эшкәртеү талап ителә. Рауза ҡыуағы ҡыш туңмаһын өсөн бысҡы сүбе, шыршы ботаҡтары менән ҡапларға кәрәк. Бесән, һалам үҫемлекте серетә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға