«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Кәбеҫтә ярылмаһын өсөн



10.07.2018 Кәбеҫтә ярылмаһын өсөн

Кәбеҫтә ярылмаһын өсөн
Ҡайһы бер кәбеҫтәләрҙең күсәне үҫкән ваҡытта ярыла. Ваҡытында ҡырҡып алмаһаң, иртә өлгөрә торған кәбеҫтәнең ярылыуын көт тә тор. Сөнки уларҙың япраҡтары йомшаҡ. Әммә быға юл ҡуймаҫҡа мөмкин.
Кәбеҫтәне тейешенсә ашламалар менән туҡландырһаң, йылыла үҫһә, матур булып ҙурая. Көндәр һыуытҡан ваҡытта япраҡ туҡымалары тупаҫлана (һыуҙы һаҡлар, һалҡындар­ға ҡаршы көрәшер өсөн). Йылытып ебәрһә, эстән туҡымалар үҫә башлай һәм бына шулар арҡаһында иҫке япраҡтар ярыла. Кәбеҫтәгә даими рәүештә һыу ҙа һибеп тороғоҙ, үҫкән ваҡытында ғына ашлағыҙ. Күсәнләнә башлағанда әҙерәк туҡландырырға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға