«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Сәскәһен ниңә өҙәләр?



08.07.2018 Сәскәһен ниңә өҙәләр?

 Сәскәһен ниңә өҙәләр?
Баҡсасылар араһында картуф сәскәһен өҙөү-өҙмәү тураһында бәхәстәр күп. Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, былай эшләһәң, картуфта аҡһым һәм С витамины күп була. Икенселәр сәскәне түгел, ә емшәндәрен өҙөргә тәҡдим итә. Йәнәһе, уның урынына икенселәре үҫеп сығасаҡ, картуф көҙгә тиклем сәскә атып ултырасаҡ. Өсөнсөләр бөрөләрҙе асылырға ирек бирмәйенсә өҙөп алыу яғында. Ҙур майҙанда быларҙы эшләү ауырыраҡ, әлбиттә. Әммә бәләкәй баҡсала тәжрибә үткәреп ҡарарға мөмкин.
Ғалимдарҙың тәжрибәләре күрһәтеүенсә, сәскәләрҙе, бөрөләрҙе өҙөү картуф сорттарына төрлөсә йоғонто яһай. Уртаса өлгөргәндәренең уңышы арта, иртә өлгөргәндәрҙекендә үҙгәрештәр булмаған. Баҡсасылар картуфты алырға ике аҙна ҡалғас, һабағын сабырға тәҡдим итә. Былай эшләһәң, ҡабығы тиҙ ҡалынаясаҡ. Уңыш та оҙаҡ һаҡланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға