«Йәшлек» гәзите » Иҡтисад » Июлдә баҡса эштәре



03.07.2018 Июлдә баҡса эштәре

Июлдә баҡса эштәре
Июль – баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле осор. Был айҙа улар түтәлдәрҙәге сүп үләндәрен утай, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшә, ултыртҡан йәшелсәһенә һыу һибә.
Июлдә еләк өлгөрә, ҡарағат, крыжовник, сейә бешә. Емеш ағастарына ике аҙнаға бер мәртәбә генә һыу һибергә мөмкин. Емештәрен йыйып алғас, фосфор-калий ашламалары менән туҡландырығыҙ. Еләкте йыйғандан һуң, мыйыҡтарын ҡырҡырға онотмағыҙ. Емеше өлгөргәндә зарарлы ҡорт төшкән ағастарҙы эшкәрткәндә химик препараттар ҡулланыу тыйыла. Тәмәке, һуған, һарымһаҡ төнәтмәләрен генә һибергә мөмкин.
Ҡыяр мул уңыш бирһен тиһәгеҙ, кесерткәндән үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн шыйыҡса әҙерләгеҙ. Ул тупраҡты файҙалы матдәләр менән байыта. Кишер, сөгөлдөргә бер биҙрәгә бер стакан иҫәбенән тоҙло һыу һибегеҙ. Сөгөлдөрөгөҙ баллыраҡ булыр. Помидорҙы тиреҫле тупраҡҡа ултыртмағыҙ, ундай тупраҡ япраҡҡа, ботаҡҡа күп көс бирә. Сәскә атҡас, әсетке һибегеҙ. Һыйыр тиҙәгенән яһалған әсеткегә һыу ҡушып, төптәренә һибеү ҙә файҙалы. Помидорҙа фитофтороз булмаһын өсөн йод иретмәһен ҡулланығыҙ. Баклажан менән борос мул уңыш бирһен һәм улар һеркәләнһен өсөн даими һелкетеп тороғоҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға