01.07.2018 Үҙе бәләкәй булһа ла, зыяны…
Ҡырмыҫҡа урман санитары булһа ла, баҡсасылар өсөн ул баҡса ҡоротҡосо. Сөнки үҫемлектәрҙе сирләтеп, ерҙә иләүҙәр эшләйҙәр. Был мәшәҡәт тыуҙырыусы нәҙекәйбилдәрҙән нисек ҡотолорға?
1. Ҡырмыҫҡа ҡырҡыу еҫте яратмай. Уларҙы ҡурҡытыу өсөн ыҫланған балыҡ башы, помидор һабағы, һарымһаҡ һабағы һалырға ярай.
2. Ояларына эҫе көл һибегеҙ. Йөрөгән юлдарына көнбағыш майына шампунь, аш һеркәһе һалып эшләнгән шыйыҡсаны һалырға була. Һуңынан иләүҙе ҡаплап ҡуйығыҙ.
3. Тәмәке, эзбиз һалырға ла мөмкин.
4. Ҡырмыҫҡаларҙы юҡ итеү өсөн эҫе һыу йәки кәрәсин һибергә лә була.
5. Нәҙекәйбилдәргә татлы ҡапҡан эшләргә лә мөмкин. Бының өсөн бер ҡалаҡ шәкәргә ярты ҡалаҡ бор кислотаһы һалып, ярты литр һыуҙа иретегеҙ ҙә, ҡырмыҫҡалар йөрөгән урындарға ҡуйығыҙ.